Белорет металлургия комбинатында быға тиклем сит илдәрҙән килтерелгән күп өлтөклө канаттарҙы, шул иҫәптән полимер япмалыларын етештереү буйынса яңы инвестиция проектының тормошҡа ашырылыуы тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙар.
Әле инвестиция проектына ярашлы яңы полимер япмалы канаттарҙың өлгөләре “Мечел” төркөмөнә ҡараған “Көньяҡ Кузбасс” һәм “Яҡуткүмер” компанияларында, Коршунов тау-байыҡтырыу комбинатында һәм Пугачев карьерында һынау үтә.
“Көньяҡ Кузбасс” компанияһында ЭКГ-20 экскаваторында ҡулланылған 57 миллиметрлыҡ полимер япмалы канат февраль – август айҙарында 45 градус һалҡындан алып 35 градус йылыға ҡәҙәр өҙлөкһөҙ эксплуатациялана. Алты ай эсендә ҡеүәтле техника 1 миллион 40 мең кубометр тау тоҡомо сығара. Канат норманан ике тапҡырға оҙағыраҡ хеҙмәт итә.
Июль башынан предприятиела диаметры 52 миллиметр тәшкил иткән канаттарҙы һынау бара. Улар күмер тейәү өсөн тәғәйенләнгән ЭКГ-12 экскаваторҙарына ҡуйыла. Быға тиклем япмаһыҙ канаттарҙы ҡулланыу срогы ике ай ғына ине. Ә полимер япмалыларының торошо, ошо арауыҡ үтһә лә, бик яҡшы хәлдә һәм артабан да эксплуатацияланыуын дауам итә.
Коршунов тау-байыҡтырыу комбинатында ла Белорет предприятиеһында етештерелгән продукциянан бик ҡәнәғәт эшселәр. Февралдә диаметры 45,5 миллиметр тәшкил иткән канаттар ЭКГ-8И экскаваторҙарының күтәреү, баҫым яһау, кире ҡайтарыу механизмдарына ҡуйылған. Ошо арауыҡта техника 477 мең кубометр руда сығарған. Был ябай канат менән эшләгәнгә ҡарағанда бер нисә тапҡырға күберәк һанала.
– Сираттағы һынауҙар полимер япмалы канаттарҙың ҡәҙимгеләренә ҡарағанда оҙағыраҡ эксплуатацияланыуын һәм юғары хеҙмәт ресурсына эйә булыуын иҫбатлай. Улар экскаваторҙарҙың ҡиммәтле деталдәренең эшлектән сығыуына ла юл ҡуймай, – ти Белорет металлургия комбинатының генераль директоры Виктор Камелин. – Һөҙөмтәлә илебеҙҙең тау-руда предприятиелары һәм сит ил сәнәғәтселәре өсөн презентация төҙөнөк. Беҙҙең продукция менән ҡыҙыҡһыныусылар табылды.
Дөйөм күләме 510,6 миллион һум тәшкил иткән инвестиция проекты Рәсәй сәнәғәтте үҫтереү фонды һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән өс йыл элек ғәмәлгә индерелә башлай. Сәнәғәт масштабында комбинат яңы канат етештереү һәм уларҙы полимер япма менән ҡаплауҙы 2019 йылда тулы көскә атҡара аласаҡ тип күҙаллана. Әйткәндәй, яңы производство Белорет металлургия комбинатында юғары квалификациялы эш урындары ла булдырасаҡ.
Белоретта етештерелгән канаттар ныҡлығын иҫбатланы.