Йөнөн ҡайҙа итергә? Бөгөн республикала һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр ошондай һорауҙы йыш күтәрә. Ысынлап та, был сеймалды күп осраҡта ни эшләтергә белмәйенсә хатта ташлап ҡуйыуҙарына зарлана улар.
Ошо көндәрҙә Башҡортостандан Һиндостанға һарыҡ йөнөнөң тәүге партияһы ебәрелеүе – ҡыуаныслы күренеш. Сеймалды Новроссийск диңгеҙ порты аша "Статус" компанияһы оҙатты.
Әлбиттә, тауарҙы республика һәм Рәсәй белгестәре етди тикшергән, ул бөтә талаптарға тап килә. Шулай итеп, барлығы 19,647 тонна сеймал йылы төбәктә үҙ етештереүсеһенә барып етәсәк.