Башҡортостан Хөкүмәте менән Мари Иленән “Лукоз” предприятиеһы Ейәнсура, Баймаҡ, Әбйәлил райондарында кәзә үрсетеүҙе үҫтереү буйынса һөйләшеп килешкәйне. Уның сиктәрендә Күмертау биләмәһендә кәзә һөтөн эшкәртеү буйынса завод төҙөү ҙә планлаштырыла.
Фермалар 2,5 мең баш малға иҫәпләнеп, шуның 120-һе яҡшы тоҡомло кәзә буласаҡ. Инвестиция суммаһы 1,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Заводты сафҡа индереү – 2020 йылға, фермаларҙы төҙөүҙе 2021 йылға тамамлау күҙаллана.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, тышҡы баҙарҙа продукцияны һатыу өсөн өс күрше республиканың тырышлығын берләштереү ниәтләнә. Татарстан һәм Мари Иле менән бындай килешеүҙәргә быйыл көҙ үк ҡул ҡуйыу көтөлә.