Эше ҡаты, әммә татлы...03.10.2018
Республика хужалыҡтарында шәкәр сөгөлдөрө уңышын йыйыу дәррәү һәм ойошҡан бара, ямғырға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр баҫыуҙан ҡайтып инмәй. Улар бөгөн һәр аяҙ көндө маҡсатлы файҙа­ланырға тырыша. Бүздәк районы шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса алдын­ғыларҙан һанала, күп кенә эре хужалыҡ­тар менән бер рәттән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла, был культураға өҫтөнлөк биреп, йыл һайын мул уңыш алыуға өлгәшә.

— Шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы быйыл айырыуса ҡыуандыра, — ти Хә­бибрахманов крәҫтиән (фермер) ху­жалығының баш агрономы Әлмир Хәйруллин. — Беҙҙә әле “татлы тамыр” урағының иң ҡыҙыу осоро. Тә­биғәттең көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫ­тан, шәкәр заводтарына көн һайын ылау-ылау сеймал китә.

Ысынлап та, беҙ барғанда баҫыуҙа шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу эше гөрләй ине. Ни тиһәң дә, өҫтәлдәге муллыҡ яҙлы-көҙлө һалынған тырышлыҡҡа туранан-тура бәйле бит. Быны йәмғиәт эшсәндәре яҡшы төшөнә, шуға һис тә һынатырға теләмәй улар.

Хужалыҡтың һөрөнтө ерҙәре 10 мең гектарҙы биләй, шәкәр сөгөлдөрө быйыл ике меңдән ашыу гектарҙа сәсел­гән. Уңыш ҡыуандыра: гектарынан яҡынса 380-400 центнерға ҡәҙәр барып баҫа. “Заманса агротех­нологияларҙы ҡулланып, яҡшы минераль ашламалар индергәс, ҡеүәтле техника файҙа­ланғас, һөҙөмтәһен татыйбыҙ”, — ти Әлмир Хәйруллин.

Бында “татлы тамыр” ҡаҙыуға сентябрь урталарында уҡ төшкәндәр, бөгөнгә 1300 тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйып алғандар. Сит илдә һәм Рәсәйҙә етештерелгән ике комбайн ҡаҙыһа, уңышты Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтарының йөк машиналары ташый. Эш тәүлек әйләнәһенә ойош­то­ролған, хеҙмәт хаҡы килешеү нигеҙен­дә түләнә, баҫыу батыр­ҙарына йылы аш та ҡаралған. Көн һайын заводтарға өс мең тонна “татлы тамыр” оҙатыла. Ике комбайн сменаға 60 гектар майҙандағы уңышты йыйып алһа, 90-лап йөк машинаһы продукцияны урын­ға алып бара. Әйткәндәй, хужалыҡтың техника паркы бай, уны йыл һайын тиерлек яңыртып торалар, иҫкеләренә лә йән өрөп, ҡабаттан эшкә егәләр.

Етәкселек Илдар Хафизов, Айҙар Арыҫланов, ағалы-ҡустылы Илдус һәм Илнур Аҫылгәрәевтәрҙе, Радик Вилданов менән Рудиль Фәтҡул­линды һәр яҡлап маҡтап телгә алып, “бындай егеттәр булғанда төрлө ауырлыҡтарҙы еңел үткәрергә була”, тип билдәләне.


Вернуться назад