Күгәрсен районында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы тулы көсөнә эшләй. Һайлап алынған объекттар ғына ла 17 булды. Ауыл халҡының йәшәү мөхитен яҡшыртыу маҡсатында социаль-көнкүреш биналары төҙөү йәки ремонтлау, юлдарҙы яңыртыу һәм башҡа саралар киләсәктә лә дауам итәсәк.
– Беҙҙең төбәктә урындағы башланғыстар программаһының тормошҡа ашырылыуы беренсе йыл ғына түгел, – ти район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев. – Быйыл һайлап алынған объекттарҙы финанслау күләме, дөйөм алғанда, 7 миллион 205 мең һум тәшкил итә. Ә республика ҡаҙнаһынан ошо маҡсатҡа субсидия – 4 миллион 730 мең һум.
Был программа буйынса финанслашыу, йәғни республика бүлгән субсидияға өҫтәү, өс сығанаҡтан башҡарыла: урындағы ҡаҙнанан, халыҡтан йыйған аҡсанан һәм ойошмаларҙан (спонсорҙарҙан). Мәҫәлән, Хоҙайбирҙе ауылындағы балалар спорт майҙансығын төҙөкләндереү 977 мең һумға төшәсәк. Шуның 682 мең һумын – республика ҡаҙнаһынан, 105-әр мең һумды урындағы бюджеттан алыу һәм халыҡтан йыйыу планлаштырыла, 85 мең һумын спонсорҙар бирергә вәғәҙә итә.
Проекттар араһында сағыштырмаса арзандары ла бар. Әйтәйек, Мәҡсүт ауылы өсөн алынырға тейешле роторлы бесән сапҡыстың хаҡы 58 мең һум ғына. Уның да 40 мең һумы республика ҡаҙнаһынан бирелер тип күҙаллана, ә халыҡ, урындағы бюджет һәм спонсорҙар алтышар мең һум бүлергә тейеш буласаҡ. Иң ҡиммәте, ғәҙәттәгесә, юл ремонтлауға тура килә. Ибрай ауылында ҡырсынташ түшәү 226 мең һум булһа, Йомағужа ҡасабаһында ике урамдың юл япмаһын ремонтлау бер миллион һумдан ашыу аҡса талап итә.
– Халыҡ беҙҙең яҡта әүҙем һәм йәмәғәтселек өсөн кәрәкле эште аңлап ҡабул итә, – ти Новопетровск ауыл биләмәһе башлығы Хөсәйен Аллабирҙин. – Сәйетҡол ауылында Үрге һәм Түбәнге урамдарға ҡырсынташ түшәү тураһындағы тәҡдим булғас, уны ла дәррәү күтәреп сыҡтылар, йыйылыш уҙғарҙыҡ һәм ошо тәҡдимде хуплаған ҡарар сығарҙыҡ. Был эш 482 мең һумға төшәсәк. Халыҡтан 46 мең 650 һум йыйып тапшырҙыҡ та инде. Ауыл халҡының яртыһынан ашыуырағы – пенсионерҙар, шулай ҙа бер кем дә һыҡмырланып торманы. Фермер Дмитрий Агеев өҫтәп ошо уҡ тиклем аҡса бирҙе, республика ҡаҙнаһынан да бүләсәктәр. Йыл аҙағына юл булыр тип көтәбеҙ.