Яңы Урман планы ҡабул ителәсәк02.10.2018
Башҡортостанда яңы Урман планы – урмандарҙы планлаштырыу документы әҙерләнә. Ул йыл аҙағына тиклем ҡабул ителеп, киләһе ун йылда, йәғни 2029 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Был хаҡта төҙөлөш бизнес-форумы сиктәрендә ойошторолған “Башҡортостан Республикаһының урман сәнәғәте комплексын стратегик планлаштырыу”ға арналған “түңәрәк өҫтәл”дә төбәктең урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдерҙе.

Яңы документты әҙерләүселәргә урман хужалығында һуңғы ун йылда алып барылған эшмәкәрлек үҙенсәлектәрен һәм тәжрибәне, йәғни ошоғаса ғәмәлдә булған Урман планы йүнәлештәрен иҫәпкә алып эш итергә кәрәк буласаҡ, тип билдәләне министр. Уны әҙерләү барышында көнүҙәк норматив-хоҡуҡи документтар ҡулланыласаҡ, шулай уҡ “Экология” милли проектын ғәмәлгә ашырыу күҙаллана.

Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Диляра Ғамилова быйыл 5 сентябрҙә республика Хөкүмәте ултырышында ҡабул ителгән 2030 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһында Урман сәнәғәте комплексының үҫеш стратегияһын анализлап, был документ оҙайлы ваҡытҡа эшмәкәрлек йүнәлештәрен, дәүләт идаралығының бурыстарын һәм маҡсаттарын, төбәктең урман сәнәғәтенең тотороҡло үҫеш юлдарын билдәләйәсәк, тип белдерҙе.

– Әлеге Урман планы ғәмәлдә булған осорҙа Башҡортостан урмандарында алып барылған хужалыҡ эшмәкәрлеге ағастарҙың йәш һәм сифат үҙенсәлектәрен артыҡ үҙгәртмәне. Шул уҡ ваҡытта урманға ҡағылышлы закондарға байтаҡ төҙәтмәләр индерелде. Яңы документты әҙерләгәндә улар барыһы ла иҫәпкә алынасаҡ, – тине республиканың Урман хужалығы министрлығының урмандарҙы ҡулланыу һәм тергеҙеү, дәүләт урман реестрын алып барыу бүлеге начальнигы Альберт Зәкиров.

Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, төбәктең урман хужалығында ыңғай үҙгәрештәр менән бер рәттән кире күренештәр ҙә юҡ түгел. Урмандарҙың ҡартайыуы тармаҡ иҡтисадына насар йоғонто яһай. Шулай уҡ урман хужалыҡтарындағы юлдар торошо хәл итәһе ҙур мәсьәлә һанала.
Ағас эшкәртеү менән шөғөлләнеүсе дәүләт учреждениеларының, шулай уҡ урман биләмәләрен ҡуртымға алыусыларҙың махсус техника һәм ҡорамалдар менән тейешле кимәлдә тәьмин ителмәүе, түбән сортлы һәм серек ағастарҙың күплеге лә – тармаҡ эшмәкәрлеген тотҡарлаусы факторҙар.

Республиканың яңы Урман планын тикшереү барышында әлегәсә билдәле булған мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бер рәттән урман әҙерләү һәм эшкәртеү сәнәғәтенең оҙайлы һәм комплекслы үҫешенә иҫәп тотоу зарурлығы билдәләнде. Шулай уҡ ресурстарҙы һаҡлаусы технологияларҙы үҙләштереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу тураһында ла һүҙ алып барылды. Урман комплексы “йәшел иҡтисад”тың башында барырға тейеш, тине “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар.


Вернуться назад