Бензин ҡыйбатланмай01.10.2018
2018 йылдың аҙағына тиклем бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡ артмаясаҡ.

Йәй аҙағында илдә бензиндың литры, дөйөм алғанда, 43,27 һум, дизель яғыулығыныҡы 44,53 һум торған. Хаҡтарҙың ошо кимәлдә һаҡланыуы Хөкүмәт күргән сараларға, эре нефть компаниялары менән килешеүҙәрҙең үтәлеүенә бәйле.

Шулай ҙа ҡыуаныс оҙаҡҡа бармаясаҡ, ти белгестәр. Нефть тармағында акциздарҙың һәм һалым маневрының артыуы арҡаһында яңы йылдан хаҡтарҙың тағы ла күтәрелеүе ихтимал.


Вернуться назад