Бензин ҡойоп еткермәһәң, штраф түлә28.09.2018
Рәсәйҙә автомобиль заправкалау станцияларына ҡарата яғыулыҡты еткерә ҡоймаған өсөн штраф булдырыла. Был хаҡта илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров белдергән.

Әлеге ваҡытта закон проектына тейешле төҙәтмәләр әҙерләнгән. Дәүләт комиссияһы штрафтар тураһындағы документты хуплаған. Артабан уны, башҡа ведомстволар менән килешкәндән һуң, Дәүләт Думаһының көҙгө сессияһына сығарырға уйлайҙар.

– Яғыулыҡтың химик составындағы етешһеҙлектәр өсөн штраф булдырыу үҙ һөҙөмтәһен бирҙе: 2015 йылдан алып ҡарағанда брак осраҡтары 40 проценттан 14-кәсә кәмене, – тип белдерҙе министр.

Июлдә Рәсәй автомобиль хужалары федерацияһы (ФАР) тикшереү уҙғарып, ил буйынса бөтә автомобиль заправкалау станцияларының 76 процентында яғыулыҡты ҡойоп еткермәүҙәрен асыҡлаған. Белгестәр Рәсәйҙең 13 төбәгендәге 43 автозаправканы тикшергән. Шулай уҡ күп урындарҙа яғыулыҡтың сифаты тейешле стандарттарға яуап бирмәгән.

Яңы төр штраф ошо етешһеҙлектәрҙе кәметергә булышлыҡ итәсәк, тип билдәләй Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы белгестәре.


Вернуться назад