Илештәр һәр саҡ алда28.09.2018
Тырыш хеҙмәт үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Илеш районының барлыҡ агросәнәғәт комплексы предприятиеларына малдарҙы йәйге лагерҙарҙан ҡышҡы аҙбарҙарға күсереү бурысы ҡуйылды. “Илеш МТС”ы йәмғиәте эшсәндәре был бурысҡа етди ҡарап, мал ҡураларын ҡышҡылыҡҡа ентекле әҙерләне.

“Илеш МТС”ы йәмғиәте – нигеҙ һалынған көнөнән башлап яңы техноло­гияларға таянып эшләгән һәм тотороҡло үҫеш юлындағы хужалыҡтарҙың береһе. Маҡсатлы һәм иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡараған директор, Башҡортос­тандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәүис Зарипов етәкселегендәге предприятие баҫыусылыҡ, малсылыҡ тармаҡтарында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп, йыл да район хакимиәтенең дипломы менән бүләкләнә.

Йәмғиәт ҡарамағындағы Теләкәй һөтсөлөк фермаһына килеп инеү менән тәртип күҙгә ташлана. Бында малдарҙы йәйләүгә күсергәс тә, ремонт эштәре киң ҡолас алған. Айырып әйткәндә, ҡуралар тиреҫтән таҙартылған, иҙәнгә плитә түшәлгән, тәҙрәләр йылытылған. Шулай уҡ һөт үткәргес, елләтеү шахтаһы ремонтланған, малдарҙы бәйләй торған сылбырҙар яңыртылған, дезинфекция саралары үткәрелгән, буяу-ағартыу эштәре башҡарылған. Өҫтәүенә яңы һөт һыуытҡыс урынлаштырылған.

Эшләргә тейешле шарттар булғас, продукция етештереү ҙә арта бара. Үткән һигеҙ айҙа йәмғиәт буйынса 11206 центнер һөт етештерелеп, 100 һыйырға ҡарата 60 быҙау алынған. Әле көн һайын 40,73 центнер юғары сифатлы һөт (майлылығы – 3,9 процент) һатыла.

Юғары күрһәткес малдарҙы яҡшы ашатыуға ла бәйле, әлбиттә. Һауын һыйырҙарына бесән, һалам, сенаж, силос даими бирелә, ҡатнаш аҙыҡ “Хозяин” агрегаты ярҙамында һалына. Әлеге эш механизатор Олег Никоновҡа ышанып тапшырылған. Әйтергә кәрәк, ҡатнаш аҙыҡ йәмғиәттең үҙендә эшләнә.

Биш һауынсы – Әлфисә Фәррәхова, Гөлнәзирә Нәбиева, Рәзидә Сәлимова, Ләйсән Әмирйәнова, Раушания Ғәзизова хеҙмәттәрен яратып башҡара. Әйтергә кәрәк, һыйыр малын яңыртыу маҡсатында 55 тана бәйләнгән.

Малсылар ҙа тәжрибәле, шуға күрә үҙ-ара аңлашып эшләйҙәр. Рәсим Ғайсинды, Нәжих Миңләхмәтовты, Азат Мирза­йәновты маҡтап телгә алырға мөмкин. Хеҙмәтен күңел йылыһын биреп башҡарған Нурулла Сабиров яңы тыуған быҙауҙарҙы тәрбиәләй. Уның ҡул аҫтында – 58 баш йәш үрсем.
Малдарҙы яһалма ҡасырыу эше лә яйға һалынған, был йәһәттән техник-оператор Артур Биктуғанов үҙ бурысына яуап­лы ҡарай. Төрлө иҫкәртеү саралары ваҡытында үткәрелгәнлектән, мал-тыуар үлеменә юл ҡуйылмай.

Сифат мәсьәләһе лә күҙ уңында тотола. Һөттөң ҡуйылығын контролдә тотоу маҡсатында былтыр “Соматос” анализаторы һатып алғандар. Уны иҫәпсе-лаборант Фина Сабирова ваҡытында тикшереп тора.

– Коллектив кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Уларҙың барыһы ла – тармаҡта оҙаҡ йылдар эшләп, ҙур тәжрибә туплаған кешеләр. Матди ҡыҙыҡһындырыу сараларын ҡулланыу ҙа хеҙмәткәр­ҙәребеҙҙең яуаплылығын арттыра, – ти ферма мөдире Тәнзил Сабиров.

Йәмғиәт уңғандары ҡышҡа ҡурҡмай инә, сөнки мал аҙығы етерлек: 680 тонна бесән, 4500 тонна сенаж, 1500 тонна һалам тупланған. Ғөмүмән, продукция етештереү өсөн тейешле шарттар булдырылып, тырыш хеҙмәткәрҙәр тир түккәндә, тармаҡ, әлбиттә, үҫешеүен дауам итер. Киләсәктә лә йәмғиәт эшсәндәре, һис шикһеҙ, һынатмаҫ, һәр эште юғары кимәлдә ойошторор.


Вернуться назад