Ауылдың үҫешендә абруйлылар өлөшө.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың һәр районында тиерлек старосталар мәктәбе тергеҙелә башланы. Ата-бабабыҙҙың тәрбиәһенә ярашлы, бөтөн ерҙә башлыҡ булырға тейеш – етәксеһеҙ урында айырымланыу, аңлашылмаусанлыҡ башлана.
Йәмәғәтселек башланғысында эшләүенә ҡарамаҫтан, староста – ауылдың хужаһы, ойоштороусыһы, лидеры. Был бурыс һәр кемгә йөкмәтелмәй: халыҡ тарафынан ете ҡат үлсәнгән, төрлө яҡлап һыналған лайыҡлы кешегә генә ышаныс күрһәтелә. Ул ваҡыты, көс-ҡеүәте менән иҫәпләшмәйенсә, ауылдаштары мәнфәғәтендә ең һыҙғанып эшләйәсәк. Илһөйәр булараҡ, тыуған төйәгенең үҫешен, халыҡтың уңайлы шарттарҙа йәшәүен даими ҡайғыртасаҡ, урындағы проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән төрлө ойошмалар, власть органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барасаҡ. Тап шундайҙарҙың береһе – Әбделнасир ауылы старостаһы Һөйөндөк Аслаев.
Ул – ярты быуатҡа яҡын педагогик стажға эйә абруйлы ветеран, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әле лә изге төйәгенең яҙмышы, ауылдаштарының йәшәйеше өсөн янып-көйөп ғүмер итә. Һөйөндөк Ғилметдин улын Сиҙәм ауыл биләмәһе башлығы Ольга Попованың уң ҡулы тип әйтергә лә мөмкин. Ни өсөн тигәндә, уҙаман – ике аралағы бәйләнеште нығытыусы, етәксе менән халыҡтың мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килеп хәл итеүен көйләүсе, төплө кәңәштәре, тәҡдимдәре аша дөрөҫ юл күһәтеүсе.
Ә район үҙәгенән алыҫта ятҡан Әбделнасирҙа күмәкләп яйға һалаһы бурыстар етерлек. Бында халыҡтың күпселеге мал көсө менән йәшәй. Итте тапшырыу урыны булмауы, уны “алыпһатар”ҙарҙың үтә арзанға алып китеүе, мал аҙығы әҙерләүҙәге ҡыйынлыҡтар... Барыһы ла борсой ауыл старостаһын. Халыҡтың күбеһе – өлкән йәштәгеләр, эшкә яраҡлыларҙың байтағы вахта ысулы буйынса ситтә аҡса таба. Кеҫә телефонының тотмауы ла күп йәһәттән ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Шулай ҙа зарланып ултырмай халыҡ, йылдам алға барған заманға яраҡлашырға тырышып, матур йәшәргә, төйәген нурға күмергә ынтыла. Ауылдаштарының оло ышанысын яулаған Һөйөндөк Аслаев, күркәм өлгө күрһәтеп, үҙ бурыстарын ең һыҙғанып үтәй.
Әбделнасирҙағы иң оло уҙаман Бәҙретдин Сафиуллиндың хәлен даими белешеп, уның менән йыш кәңәшләшеп тора ауыл старостаһы. Урындағы имам-хатип Айҙар Фәйзуллинды ла ярҙамынан айырмай. Шулай аңлашып йәшәгәнлектән, өмәләрҙә халыҡ ихлас ҡатнашҡанлыҡтан, ауыл мәсете төҙөк, биләмәһе һәр саҡ тәртиптә.
Әбделнасирҙар берҙәмлеге, дәртлелеге, яҡшы йәшәргә ынтылышы менән айырылып тора. Хәл итәһе мәсьәләләрҙе үҙҙәре яйға һала улар. Кемгәлер һылтанып, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп йөрөмәйҙәр. Халҡыбыҙға борон-борондан хас сифат был. Ошо асылға тоғро ҡалып, алға ышаныслы ҡарап йәшәүҙәрендә хәстәрлекле староста, абруйлы уҙаман Һөйөндөк Аслаевтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.