Ир терәге – ер25.09.2018
Йәш агрономдың уңыш серҙәре

Вил Мийәновтың агроном һөнәрен һайлауы юҡҡа түгел. Бала саҡтан әсәһенең баҡсала төрлө үҫенте, сәскә, әллә күпме йәшелсә-емеш үҫтереүен күреп, ярҙамлашып үҫә ул. Асҡарҙың 1-се мәктәбен тамамлағас, документтарын Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы университетының агрономия факультетына тапшыра. Һәм үкенмәй. Бәхет асҡысын үҙ ерендә тапҡан егет бөгөн баш агроном йөгөн лайыҡлы тарта.

Теләк тауҙар аҡтарта

Сер түгел, бөгөн йәштәр араһында ауыл хужалығына эшкә килергә атлығып торғандар аҙ. Дәүләт тарафынан уларҙы дәртләндереү саралары булдырылып торһа ла, еңе­лерәк юл эҙләгәндәр күп. Шулай ҙа ер эшен яратҡан, яҙмышын изге төйә­генә бәйләгән йәштәр ҙә бихисап. Тап шундайҙарҙың береһе – Вил Мийәнов.

Ул студент йылдарында уҡ агроном ярҙамсыһы бурысын атҡара башлай. “Урал аръяғы” МТС-ының Әбйәлил филиалында практика үткән егетте ошо йәмғиәткә эшкә саҡыралар. Бында ул каникул осоронда комбайнға ла ултыра, кәрәк икән, механизатор йөгөн дә күтәрә. Диплом алғас, хеҙмәт юлын ошонда менеджер булараҡ башлай. 2014 – 2015 йылдарҙа хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, тыуған районына агрохимик итеп тәғәйенләнә. Эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған йәш белгесте район етәкселәре шунда уҡ күрә, үҙҙәре әйтмешләй, тупраҡ­ты аңлай белеүе оло өмөт уята. “Был егеттән кеше сығыр – ерҙең ысын хужаһы булмаҡсы” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетә ул, дәртләнеп эшләй.

Йәш агрономды айырыуса ошо төбәктә үҫкән сыҙамлы һәм отошло иген культуралары ҡыҙыҡһындыра. Ни өсөн тигәндә, йыл һайын тиерлек килгән ҡоролоҡ ауыл эшсәндәренә ҙур уңыш алырға ҡамасаулай, тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы тороп булмауы ла аңлашыла. Әммә һәр ерҙә алтын урталыҡты табыу мөмкинлеген Вил Мийәнов күңеле менән аңлай, эҙләнә, төрлө тәжрибәләр үткәрә. Иң оло ярҙамсыһы, кәңәшсеһе әсәһе була. Тәжрибәле агроном улына аҡыллы кәңәштәрен бирә, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.

Элекке йыл Вил Нәжип улы район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығына баш агроном итеп тәғәйенләнә. Йәш белгес тәүҙәрәк көтөлмәгән тәҡдимдән бер аҙ юғалып ҡалһа ла, дәртләнеп эшкә егелә. Агроном хеҙмәте еңелдән түгел – яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем баҫыуҙан ҡайтып инмәгән саҡтары ла була. Көнөнә әллә күпме саҡрым үтеү, һәр баҫыу, унда сәселгән һәр башаҡ өсөн яуап биреү... Етмәһә, тәбиғәт шарттары гел генә ҡыуандырып торамы һуң?! Һауа торошоноң боҙолоуы ер кешеләре өсөн әллә күпме проблема тыуҙыра.

Шулай ҙа бар ауырлыҡтарҙы йырып сығырға, иген үҫтереү нескә­лектәренә нығыраҡ төшөнөргә тырышҡан Вил Мийәнов бирешмәй. Йәшлек дәртенә тәжрибә, ололарса аҡыл өҫтәлә бара. Уның менән аралашыу – үҙе бер дәрес. Райондың һәр баҫыуын биш бармағы кеүек белә, ниндәй фермерҙың ҡайҙа нимә сәскәне, күпме уңыш алғаны хаҡында хәбәрҙар. Тәжрибә аҡрынлап, йылдар дауамында йыйыла тиһәк тә, иң мөһиме – теләк, моғайын.

“Дәртләндереү саралары булырға тейеш”

Вил Нәжип улы менән район баҫыуҙарына юл тотабыҙ. Ер улы сәсеүлектәрҙең һәр береһе менән ихлас таныштыра, ниндәй хужалыҡ­тың нимә үҫтергәне, былтыр күпме уңыш алғаны, быйылғыһын нисек күҙаллауы хаҡында бирелеп һөйләй. Усына иген башағын алғанда, күҙҙәре янып, осҡонланып китә. Күрәһең, ер кешеһе өсөн тулҡынланып ултырған баҫыуҙан да матурыраҡ урын юҡтыр. Быйылғы уңыш былтырғынан аҙыраҡ булһа ла, көйөнөү яҙыҡ. Булғанын ваҡытында әрәм-шәрәм итмәй йыйып алыу мөһим, ти баш агроном.

— Һәр кемгә мәғлүм: яҡшы уңыш буштан килмәй. Уның өсөн көн-төн тырышырға кәрәк, – ти ул. – Минераль ашламаларҙы ваҡытында индереү, утау һәм башҡа агротехник эштәр – уңыштың яртыһы. Беләһегеҙ, ураҡҡа төшөү менән тәбиғәт йәнә, ялан батырҙарын тағы һынайым әле тигәндәй, “имтихан үткәрә” башланы. Ямғырмы, һыуыҡмы, елме – игенсе барыһын да үҙ йөрәге аша үткәрә, һәммәһенә лә түҙә. Шуға аяҙ көндәрҙе, көсө, ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, файҙаланып ҡалырға тырыша.

— Йәштәрҙе ауыл еренә нисек йәлеп итергә тип уйлайһың?

— Мотлаҡ дәртләндереү саралары булырға тейеш. Бөгөн кешенең иҫке техникаға ултырғыһы килмәй, эш хаҡының түбәнлегенә лә түҙергә теләмәй. Торлаҡ, ер биреү, төрлө программаларға индереү кеүек саралар менән ылыҡтырырға мөмкин­дер. Икенсенән, ир кеше өсөн уның көнө-төнө ҡырҙа булыуын аңлаған, көтөп алған ҡатын кәрәк.

Киләсәктә ауыл хужалығы белгестәренә ҡытлыҡ буласағы көн кеүек асыҡ. Ни өсөн тигәндә, әле күп хужалыҡтарҙа өлкән йәштәгеләр өҫтөнлөк итә. Тимәк, ер эшенә тартылған йәш белгестәргә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыу, уларҙы дәртлән­дереп, күтәрмәләп тороу зарур. Шул саҡта баҫыуҙарҙа игендәр тулҡын­ланыр, комбайндар геүләр, халҡыбыҙ икмәкле булыр.

Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, райондың баш агрономы йөгөн лайыҡлы тартҡан Вил Мийәновтың бөгөнгө ғәмәлдәре маҡтауға лайыҡ. Уның кеүек ир-азаматтар барҙа баҫыуҙарыбыҙ буш ятмаҫ, тәбиғәте­беҙ мул уңышынан өҙмәҫ.


Вернуться назад