Быйыл һигеҙ айҙа республикала 319,7 мең тонна иген уңышы һатылған. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда ете тапҡырға күберәк.
Шул иҫәптән экспортҡа 210 мең тонна иген культураһы оҙатылған (былтырғы ошо ваҡыттан 11 тапҡырға күберәк). Сит илдәр башлыса бойҙайға, һолоға, ҡарабойҙайға өҫтөнлөк бирә. Ашлыҡты Латвия, Литва, Беларусь, Бельгия, Бангладеш, Иран илдәре һатып ала.
Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәйҙә иген уңышы былтырғынан бер аҙ кәмерәк буласаҡ. Ни генә тимә, үткән йыл был тармаҡта, бығаса тарихта булмағанса, 134,1 миллион тонна уңыш йыйылды. Әлбиттә, йыл һайын бындай һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкин түгел.
Ә бына Европалағы көслө ҡоролоҡ был төбәктәге илдәрҙең бәкәленә һуҡты, шул сәбәпле халыҡ-ара иген баҙарында етди үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Хатта һуңғы өс тиҫтә йыл эсендә Германия беренсе тапҡыр ситтән иген һатып ала. Әйткәндәй, был донъя кимәлендәге мәсьәләгә әүерелде: аҙаҡҡы алты йылда тәү мәртәбә планетала игенгә ҡытлыҡ күҙәтелә. Һөҙөмтәлә Америкала бойҙайға хаҡ шаҡтай артҡан, уның артабан үҫеүе лә мөмкин. Миллиардлаған күләмдә зыян күргән төньяҡ Европа фермерҙары күпләп иген алырға мәжбүр. Әлбиттә, ашлыҡты уларға Рәсәйҙән алыу отошло, сөнки сифаты һәм хаҡы буйынса беҙҙең игенгә тиңдәш булырҙайы юҡ. Икенсенән, уны ташыу өсөн ара ла йыраҡ түгел.