Күгәрсен районының Ҡаран ауылында йәшәүсе Людмила менән Павел Верясовтарҙың ялан кәртәһендә ҡәҙимге һыйыр, һарыҡ эргәһендә, баштарын юғары күтәреп, эмулар сабыша.
– Экзотика булһа ла, ашау яғынан тауыҡтан бер ҙә айырылмай – емен дә, үләнен дә сүпләй, әсе әремдән дә баш тартмай,– ти Павел Алексеевич.
Үҙенсәлекле хайуандарҙы был йортта Людмила Сәйет ҡыҙы ярата. Төрлө йылдарҙа уларҙа тутыйғоштар, хомяктар, Африка дөйәғоштары йәшәгән.
Бесәйҙәре лә ябай түгел – мэйн-кун тоҡомло мыраубай ҡәҙимгеләрҙән ике-өс тапҡырға ҙурыраҡ. Сусҡалары иһә – ҡорһаҡтары ергә тейә яҙып торған вьетнам тоҡомонан.
Африка дөйәғоштары ун йәшкәсә йәшәгән. Уларҙың үлемен хужабикә ауыр кисергән, шуға күрә ире Мәләүез ҡалаһынан алты айлыҡ ике эмуны алып ҡайтҡан (Павел Алексеевич сер итеп әйтте – һәр береһе 25 мең һум торған). Хәҙер Австралия ҡоштары ике йәшкә еткән. Уларҙың тауышы барабандыҡына оҡшаған һәм ике километр алыҫлыҡҡа таралырға мөмкин.