Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн19.09.2018
Белеүегеҙсә, 19 июлдә илдең Дәүләт Думаһы пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр тураһындағы законды тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. 328 депутат ыңғай тауыш бирһә, 104-е ҡаршы булды.

Йәмғиәттә лә был темаға ҡараш төрлөсә. Шуға күрә 24 сентябргәсә закон сығарыусылар норматив актҡа үҙгәрештәр индерә ала. Закон октябрҙә ҡабул ителер тип күҙаллана.

Әммә яңы ҡанун мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең, шулай уҡ ижади һөнәр эйәләренең ташламаларын инҡар итмәй. Улар тейешле түләүҙәрҙе ваҡытынан алда алыу хоҡуғына эйә. Күсеү осорондағы 2019 – 2026 йылдарҙа түләүҙәр кәрәкле хеҙмәт стажы йылын йыйыуға ҡарап тәғәйенләнәсәк. Ул, хеҙмәткәр һөнәренең үҙенсәлектәренә ҡарап, 15 – 30 йыл тәшкил итәсәк.




Вернуться назад