“Эшләһәң, эш ҡарышмай” тигән принципҡа таяна йәш фермер
Йәштәрҙең ныҡышмал, сәмсел, тәүәккәл булыуҙарына нисек һоҡланмаҫҡа! Юғиһә бер башлаған эшеңде ташлап ҡуйыу ҡайһы берәүҙәрҙә осрай шул. Йәш егет Радик Йөҙлөкбаев, мәҫәлән, Яңы Ҡыйышҡы ауылында үҫемлекселек йүнәлешендә эшмәкәрлек йәйелдергән.
Уның ҡарамағында 220 гектар ер иҫәпләнә. Бәлки, ошо майҙан кемдәрҙер өсөн күп тә түгелдер. Уның ҡарауы, ул бер атҡанда бер нисә ҡуянға тейҙергән. Нисек тиһегеҙме? Беренсенән, ҡый үләне баҫа башлаған баҫыуға сәсеү әйләнеше индергән. Йәшерен-батырын түгел, бындай ерҙе эшкәртеүгә күп сығым түгелә. Икенсенән, ауылдаштарын эш менән тәьмин иткән. Ситкә китеп аҡса һуғыусылар ҙа бар, әммә йәшәгән урыныңда шөғөллө булыуҙы бер нимә лә алмаштыра алмай. Мәхмүт Байгилдин, Рәмзил Йөҙлөкбаев, Айҙар Насиров һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
“Йөҙлөкбаев” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Радик Йөҙлөкбаев билдәләүенсә, иген үҫтереүҙе бәләкәйҙән күреп үҫкәс, ул ер эшкәртеүгә ихлас тотонған. Ғөмүмән, эш барышында бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡтарға юл ҡуйырға тырышмай, ә инде ундай осраҡта уны йырып сығыу уға бер ни тормай. Үтәлмәй торған бурыс юҡ, ә үтәмәү өсөн мең һылтау табыусылар ғына бар.
Ғәҙәттәгесә, быйыл да уңыш йыйыу йылдам барған. Иген культураларының гектар көсө 25 центнер тәшкил иткән. Артып ҡалған бойҙайҙы элеваторға тапшырған, сөгөлдөрҙө Шишмә районына оҙатҡан, ә бесәнде халыҡҡа арзан хаҡҡа һатҡан. Көнбағыштан да мул уңыш көтөләсәк, ти. Һүҙ ҙә юҡ, был осраҡта техниканың булыуы, улай ғына түгел, һәр ваҡыт төҙөклөгө ныҡ ярҙам иткән. Февралдә тағылма ҡорамалдары менән “МТЗ-82” маркалы трактор һатып алған. Бынан тыш, тотонолған булһа ла, “Т-150”, “ДТ-75”, “Нива” урып йыйыу комбайны һәм башҡа машина-тракторҙары бар.
– Атайымдан “эшләһәң эш ҡарышмай” тигәнде йыш ишетеп үҫтем, – тип һөйләй фермер Радик Рәфил улы. – Әлбиттә, төрлө саҡтар булды, ә ҡулға эш бармағанда һәр ваҡыт атайымдың янына ашығам, кәңәш һорау, уның күңел йылыһын тойоу өсөн. Бына шунан инде барыһы ла көйләнгән сәғәт шикелле алға китә.
Әңгәмәгә ҡушылған Радиктың атаһы Рәфил Рәшит улының һүҙҙәренә ҡарағанда, балаға ваҡытында йүнәлеш биреү файҙаға ғына. Ул да ғәзиз кешеһенә белем эстәүҙең кәрәклеген яҡшы аңлатҡан, үҙ сиратында улы тәүҙә – колледж, унан инде Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Ә уға хәтлем аҡсаны тир түгеп табыуҙы, үҙ көсөң менән ҡатмарлыҡтарҙы йырып үтеүҙе үҙ елкәһендә татыған – баш ҡалала ябай эшсе булған, үҙ теләге менән армияға барып ҡайтҡан.