Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән Хөкүмәт Президиумы ултырышында “Башҡортостан Республикаһында башланғыстар нигеҙендә бюджеттан аҡса бүлеүҙе үҫтереү” өҫтөнлөклө төбәк программаһы раҫланды.
Рәсәй Финанс министрлығының ғилми тикшеренеү финанс институты республикабыҙҙы башланғыстар нигеҙендә ҡаҙнанан аҡса бүлеүҙе үҫтереү йәһәтенән илдең тәүге 15 төбәге иҫәбенә индерҙе. Башҡортостан проекттары II Бөтә Рәсәй конкурсында ике номинацияла еңеүсе тип танылды. Әйткәндәй, башланғыстар нигеҙендә бюжеттан аҡса бүлеү буйынса проекттар конкурсында ҡатнашыуға 97 эш ебәрелгән.
“Стратегия-2030” буйынса, ошо дәүергә республика ҡаҙнаһының 10 проценты башланғыстар нигеҙендә, йәғни муниципалитет халҡының фекеренә таянып үҙләштереләсәк. Программа проекттары һәм саралары исемлегенә ун проект индерелгән.
Финанс тәьминәт планына ярашлы, республика ҡаҙнаһынан 5,5 миллиард һум, урындағы бюджеттарҙан 599 миллион һум үҙләштереү, тағы ла 651,1 миллион һумды бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йәлеп итеү күҙаллана.