Әле республикала 416 мең гектар ерҙә йәки планлаштырлған майҙандың 69 процентында ужым сәселгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы консультациялары үҙәгенән. Стәрлетамаҡ (122 %), Ҡырмыҫҡалы (101 %) һәм Дәүләкән (100 %) райондарында ужым культураларына бүленгән бөтә майҙанға орлоҡ һалынды. Быйыл көҙ республикала 600 мең гектарға ужым культуралары сәселәсәк. Былтыр был күрһәткес 515 мең гектар (яҙғы культураларҙыҡы иһә яҡынса ике миллион гектар) тәшкил иткән.
Ғәҙәттә, ужым культуралары уңышты тотороҡло бирә. Белгестәр билдәләүенсә, урындағы һауа шарттарында ошондай үҫемлекселек һөҙөмтәлерәк. Быйыл ужымдың уртаса уңышы – гектарынан 22,4 центнер, яҙғы культураларҙыҡы 17,5 центнер булған.