— Беҙҙең ауылда елендәренә һөйәл сыҡҡан һыйырҙар күп. Минең һыйырҙа ла, башмаҡта ла барлыҡҡа килде. Тимәк, башҡанан күскәндер. Ни генә һөртөп ҡараманыҡ: “Чистотел” ҡалманы, башҡаһы — бер ни килеп сыҡманы. Бәлки, һеҙ берәр кәңәш бирерһегеҙ.
– Һөйәл (бородавка), ветеринарҙар теле менән әйткәндә, ҡаты папиллома — тирелә барлыҡҡа килгән зыянһыҙ шеш. Тыштан ҡарағанда, ундай шеш төҫлө кәбеҫтәне хәтерләтә.
Һөйәл тәбиғәте буйынса вирус барлыҡҡа килтереп, теоретик яҡтан бер малдан икенсеһенә күсергә мөмкин. Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, уның барлыҡҡа килеүенә мал организмында микроэлементтарҙың етешмәүе лә сәбәпсе. Шуға ла тәүге кәңәшебеҙ: аҙыҡта был элементтар етерлек булырға тейеш.
Һөйәл һыйырҙа ғына түгел, башҡа хайуандарҙа ла осрай. Мәҫәлән, кәзәлә күберәк еленендә була. Шулай уҡ башына, муйынына, аяҡтарына сығырға мөмкин. Аттарҙа, ғәҙәттә, өс йәшкә тиклем ирен, ҡолаҡ тирәһенә сыға. Эт, бесәйҙәрҙә лә булыуы мөмкин.
Ҡаты папилломалар менән бер рәттән, йомшаҡтары ла барлыҡҡа килеүсән. Уларҙы “полип” тиҙәр. Күберәк лайлалы ҡатламда сығалар.
Һөйәлде төрлөсә дауалайҙар. Иң яҡшыһы һәм һәр кем эшләй алырлығы — тейешле дарыу һөртөү. Улар ветеринар магазиндарҙа һатыла. Шулай уҡ борондан килгән халыҡ ысулын да ҡулланырға мөмкин. Әйтәйек, һөйәл сыға ғына башлағанда картуф ҡабығы ҡайнатмаһы, йод, дегет, ментол ҡатнашмаһы булған төрлө май ҡулай. Шулай уҡ йыш ҡына кәрәсин алынғандарын да һөртөргә ярай: солидол, бензин, кәрәсин, машина майы. Быларҙы ҡулланғанда тик ике ҡағиҙәне онотмаҫҡа кәрәк: беренсенән, даими буяу (кәмендә тәүлегенә бер-ике тапҡыр), икенсенән, һөйәлдең үҙенә генә һөртөргә кәрәк.
Һөйәлдең “аяғы” нәҙек икән, уның төбөнән еп менән ҡыҫып бәйләп тә була. Ҡан йөрөмәгәс, үҙе төшә. Еп ярайһы уҡ ҡалыныраҡ, ныҡлы булырға тейеш. Үтә нәҙеге папилломаны шунда уҡ киҫеүе бар. Улай иткәндә бик ныҡ ҡан ағыусан.
Ветеринар саҡыртып, 1 процентлы новокаин да һалдыралар. Һыйыр елене венаһына 60–80 миллилитр өс-биш инъекцияны 4-5 көнгә бер яһайҙар. Нисек кенә булмаһын, иң тәү белгестәр менән кәңәшләшеп эш башҡаралар.