Һалҡындар башланғансы18.09.2018
Сентябрҙә бал ҡорттары ҡышҡа тамам әҙер була. Йәйге осорҙа йыйылған аҙыҡ запасын кәметмәү маҡсатында уларҙың осошо ҡырҡа һирәгәйә. Кейәлә һаҡсы ҡорттар һаны арта, һәм улар үҙ эшенә көнөн дә, төнөн дә иғтибарҙы кәметмәй.

Инә ҡорт бала һалыуҙан туҡтай. Шарттарҙың үҙгәреүенә ҡарап, был осор айҙың төрлө ваҡытына тура ки­леүе ихтимал. Быйылғы йәш инәләр, ҡарттары менән сағыштырғанда, аҙна-ун көнгә йомортҡаны оҙағыраҡ һала. Әгәр умарталыҡ тирәһендә бер аҙ һут бүлеүсе һуңғы сәскәләр булһа, инә ҡорттоң йомортҡа һалыуы, ә эшсе ҡорттарҙың бала тәрбиәләүе оҙағыраҡ (уртаса айҙың беренсе яртыһында) дауам итә. Июлдә тыуып, ҡышлауға ҡалған оло бал ҡорттары яҙға саҡлы йәшәмәй, көҙгө һәм ҡышҡы осорҙа үлә.

Август һәм сентябрҙә тыуған үрсем генә яҡшы ҡышлай. Ҡышҡылыҡҡа ҡалған күс йәйгеһенән ныҡ айырыла. Әгәр йәйге осорҙа эшсе ҡорт 30 – 40 көн йәшәһә, ҡышҡа ҡалғаны 250 – 300 көн йәшәй. Уларҙың былай оҙаҡ йәшәүе бала тәрбиәләүҙә, аҙыҡ әҙерләүҙә һәм башҡа эштә ҡатнашмауҙары менән аңлатыла. Ҡышҡа ҡалған ҡорттар, йәйгеләре менән сағыштырғанда, кәүҙәгә ҙурыраҡ, эске ағзаларында май туп­ланыу сәбәпле, һимеҙерәк. Ҡышлаусы ҡорттарҙың тәнендә һыу ҙа аҙыраҡ була.

Быны аңлаған умартасылар күберәк йәш үрсем алыу маҡсатында бал ҡорто ғаиләләрен емләүҙе был айҙа ла дауам итә. Шуны ла оноторға ярамай: быйыл тыуған үрсем кәмендә бер тапҡыр осош яһарға тейеш. Ҡыш иртә килеп, һуң тыуған бал ҡорттары осош яһай алмаһа, улар ҡышлап сыға алмай, үлә. Башҡортостан шарттарында бал ҡорттарының һуңғы осошо уртаса 15 октябргә тура килә. Шуның өсөн инә ҡорттоң 10–15 сентябрҙә бала һалыуҙан туҡтауын тәбиғи хәл тип ҡарарға кәрәк.
Ҡайһы бер умарталыҡтарҙа аҙыҡ запасын шәкәр шәрбәте иҫәбенә тулыландырырға тура килһә, был эште 10 сентябрҙән дә һуңламай башҡарырға кәрәк, сөнки ул бал ҡорто ғаиләһенең тормошона тығыҙ бәйләнгән.

Был айҙа эшсе ҡорттар ояның уртаһында, кәрәҙҙәрҙең аҫҡы өлөшөн балдан таҙартып, ҡышҡылыҡҡа күс өйөрөнә урын әҙерләй. Умартаға ел, һалҡын һауа инмәҫлек итеп, кейәне һәм ояның тирә-яғын елем менән һы­лай. Тыныс һәм ҡояшлы көндөң икенсе яртыһында йәш ҡорттарҙың тирә-яҡ менән танышыу һәм үҙләште­релмәгән аҙыҡ ҡалдыҡтарынан таҙарыныу маҡсатында умарта тирәһендә күпләп осоуын күҙәтергә мөмкин. Был саҡта умартасылар һәр күсте ентекләп ҡарап сыға.

Ҡайһы бер умартала, йәш үрсем сығып бөткәс, буш кәрәҙҙәрҙе баллылары менән алмаштырырға һәм, күстең көсөнә ҡарап, рамдар һанын кәметергә тура килә. Ҡорт елеме һәм балауыҙ менән ныҡ ҡапланған киндер япмаларҙы таҙаларына алмаштыралар, умартаға сысҡан инмәһен өсөн ке­йәләргә селтәрле тимер япма ҡуялар. Бал ҡорто ғаиләләрен ҡышҡы­лыҡҡа әҙерләп бөткәс, буш умарта­ларҙы, кәрәҙҙәрҙе ҡышҡа һаҡлау урындарына урынлаштыралар.

Тәүҙә һәр рам бал ҡорто елеменән, һуңынан балауыҙ һәм ҡорт тиҙәге эҙҙәренән ентекләп таҙартыла. Шунан һуң кәрәҙле рамдар төркөмдәргә бүленә: тулы һәм аҙ баллы рамдар, төп бал йыйыу осоронда ҡулла­нылған, быйыл төҙөлгән сифатлы кәрәҙ һәм иретеп балауыҙ алырға тәғәйенләнгән сифатһыҙ кәрәҙҙәр үҙ урындарына айырып ҡуйыла. Кәрәҙҙәр һандыҡтарҙа йәки умартала яҡшы һаҡлана.

Балауыҙ кейәһе булған умарта­лыҡтарҙа һаҡлауға ҡуйылған кәрәҙ­ҙәрҙе бер-береһенә тейҙермәйенсә ара ҡалдырып, урынлаштырыу яҡшы. Был осраҡта балауыҙ көйәһе ҡарыш­лауыҡтары зарарланған кәрәҙҙән зарарланмағанына тиҙ генә күсә алмай. Балауыҙ ҡарышлауыҡтарын үлтереү маҡсатында бал ҡорто баҙҙарында, кәрәҙ һаҡланған келәттәрҙә һәр кубометрға 120–150 грамм иҫәбенән көкөрт яндырыла. Уны яндырғанда газы умартасының сәләмәтлегенә зыянлы булыуын һәм янғын сығып китеү ихтималлығын да иҫтән сығарырға ярамай.

Кәрәҙле рамдарҙы таҙартып, төркөмдәргә бүлеп, балауыҙ күбәләгенән, сысҡандарҙан һаҡлауҙы ойоштороу — бик мәшәҡәтле һәм кисектергеһеҙ эш. Ун ике рамды таҙартып һаҡлауға ҡуйырға ярты сәғәт самаһы ваҡыт китһә, йөҙ күсе булған умарталыҡта был эшкә аҙна-ун көн ваҡыт үтә.
Һаҡлауға ҡуйылған кәрәҙҙәрҙең корпустарына, ҡайҙа ниндәй рамдар һаҡланыуын күрһәтеп аҡбур менән яҙып сыҡһаң, яҙғы һәм йәйге осорҙа кәрәкле рамдарҙы алып файҙаланыу умартасының эшен тиҙләтәсәк.

Быны белергә кәрәк

* Умарталыҡта һағыҙаҡҡа ҡаршы көрәшеү маҡсатында шешәнең яртыһын шәрбәт һыуы менән тултырып элеп ҡуйығыҙ. Шәрбәт һыуына бер аҙ бал да өҫтәгеҙ, уны һағыҙаҡ тиҙерәк таба һәм батып үлә.
* Сентябрҙә умартала әре ҡорттарҙың йәшәүе был күстә инә ҡорттоң булмауын аңлата.
* Келәттә һаҡланған рамдарҙа һитә күгәрмәһен өсөн, уға шәкәр оно һибегеҙ.
* Йылытҡыс мендәрҙе ҡышҡылыҡҡа оя өҫтөндә ҡалдырған осраҡта сүстән, мамыҡтан яһалғандарын мүктән йәки күрәндән эшләнгәндәре менән алыштырһаң, умартала һауа алмашыныу яҡшыра.
* Иртәнсәк йылы, ҡояшлы көндә бал ҡорттары һүлпән осоп торһа, тиҙҙән ямғыр яуасаҡ.
* Көндөҙ бал ҡорттары шаулап, күпләп умартаға кире ҡайтһа, ямғыр көт.
* Болонда бал һутының аҙ булыуына ҡарамаҫтан, кис бал ҡорттары оҙаҡ һәм дәррәү осһа, иртәгәһен, һауа алмашыныу сәбәпле, улар осмаясаҡ.
* Төп бал һуты йыйыу осоронда улар ярһып осһа, асыуланып тирә-яҡ ҡош-ҡорттарҙы, кешеләрҙе саҡһа, тиҙҙән һалҡын көндәр башлана.
* Умартала ҡорт елеме күп тупланған йылдарҙа бал ҡорттары уның менән кейәләрҙе ныҡ ҡаплаһа, ҡыш үтә һыуыҡ буласаҡ.


Вернуться назад