Һандар телендә18.09.2018
Быйылғы йылдың өсөнсө кварталына республиканың ҡала биләмәләрендә, муниципаль округтарҙа һәм райондарҙағы торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡын раҫланылар.
Был мәғлүмәттәр республикала даими йәшәгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан бүленгән субсидияны иҫәпләү өсөн файҙаланыла. Рәсми хоҡуҡ мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған мәғлүмәткә ярашлы, иң ҡиммәт торлаҡ Өфөлә: бер квадрат метры – 41 255 һум. Икенсе урында — Стәрлетамаҡ (37 828 һум), өсөнсөлә — Октябрьский (36 821). Иң арзан торлаҡ Ағиҙелдә: унда бер квадрат метр 28 436 һум тора.
Муниципалитеттар араһында Өфө районы алда бара — бында квадрат метр өсөн 36936 һум, икенсе урында – Стәрлетамаҡ районы (35 755), өсөнсөлә – Шишмә (33 977). Бер квадрат метрҙың иң түбән хаҡы Күгәрсен районында — 28 мең һум.
* * *
Башҡортостан тәүге ярты йыллыҡта яңы еңел автомобилдәр баҙары күләме буйынса тәүге биш төбәк иҫәбендә, тип асыҡланы “Автостат” аналитиктары. Ошо ваҡыт эсендә республикала 27,2 мең яңы автомобиль һатылған, был 2017 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 15 процентҡа күберәк.
Ҙур төбәк баҙары ла шундай уҡ динамика күрһәтте: Мәскәү – 15 процентҡа күберәк, ярты йылда 112 мең автомобиль һатылған. Мәскәү өлкәһендәге автобаҙар әүҙемлеге 15 процентҡа артҡан — бында 61,6 меңгә тиклем һатҡандар. Тәүге өс лидер иҫәбендә Санкт-Петербург — унда ошо күрһәткес 13,4 процентҡа күтәрелгән, йәғни 51,6 мең яңы машина үҙ хужаһын тапҡан. Ошо өс төбәк Рәсәй баҙарының өстән бер өлөшөн тиерлек формалаштыра, тип билдәләй аналитиктар.
Баш ҡала булмаған субъекттар араһында Татарстан һәм Башҡортостан алда бара. Күршеләребеҙҙә ярты йылда 33,4 мең яңы автомобиль һатылған — был уҙған йылдың ғинуар–июнь айҙарына ҡарағанда 5,9 процентҡа күберәк.
* * *
Республикала бер йыл эсендә пенсионерҙар һаны 1,5 процентҡа артҡан һәм әле 1 миллион 186 мең кеше тәшкил итә, тиелә “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәрендә.
Улар башлыса ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы алған граждандар (995,2 мең кеше). Ошо категорияға ҡараған хаҡлы ялдағыларҙың айлыҡ түләүҙәренең уртаса күләме июль башына 13 099 һум тәшкил иткән.
Инвалидлыҡ буйынса уртаса страховка пенсияһы — 8 537,8 һум, ҡараусыны юғалтҡан осраҡта — 8 996,3. Дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алғандарға айлыҡ түләүҙәр уртаса 9 382,7 һум тәшкил итә.
* * *
Өфөлә йыл башынан майҙаны 32 квадрат метрға тиклем булған фатирҙарҙы ҡуртымға биреү 16 процентҡа артҡан. “Фатирҙар донъяһы” федераль порталы мәғлүмәттәре шундай. Хәҙер Башҡортостандың баш ҡалаһында бер бүлмәлеһе — 12 мең һум. Өфө халҡы 300 меңдән кәм булмаған 69 ҡала араһында 12-се урынды биләй.
Ҡуртым хаҡтары буйынса тәүге бишәү иҫәбендә, ғәҙәттәгесә, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Сочи, бынан тыш – Симферополь, Севастополь.
Мәскәүҙә бәләкәй фатирҙарҙың ҡуртым хаҡы 8,5 процентҡа арзанайған һәм 25,78 мең һум тәшкил итә, Мәскәү өлкәһендә уртаса 13 процентҡа осһоҙланған — 14,6 мең һум. Ҡырымдың ҙур ҡалалары өс процент самаһы “юғалтҡан”, һәм хәҙер бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы Симферополдә — 18 мең, Севастополдә — 16 мең һум.
* * *
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында ете айға йомғаҡ яһанылар: бөтә кимәлдәге бюджеттарға 248 миллиард 467 миллион һум йыйылған. Федераль ҡаҙнаға — 128,9, төбәктекенә 98,5 миллиард һум йүнәлтелгән.
Керемдәрҙең төп күләме файҙалы ҡаҙылмалар сығарған өсөн һалымға (80,39 миллиард һум) һәм ойошмалар табышына һалымға (54,39 миллиард һум) тура килә. Мотлаҡ социаль страховкалауға керемдәр ете айҙа 59,36 миллиард һум тәшкил иткән.
* * *
Әле республикала дөйөм майҙаны 2,5 миллион квадрат метрлыҡ 500 самаһы күп ҡатлы йорт һалына. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Төҙөүселәр көнөнә арналған тантанала ошо хаҡта хәбәр иткәйне. Шулай уҡ төбәктә 55 меңдән ашыу шәхси йорт һалына, уларҙың дөйөм майҙаны 5 миллион квадрат метрҙан ашыуыраҡ.
– Тармаҡ уңышлы эшләй, – тине республика етәксеһе. – Уҙған йылда республикала торлаҡ төҙөү буйынса планды үтәнек – яҡынса 2,5 миллион квадрат метр файҙаланыуға тапшырылды. Был – дөйөм Рәсәй өлөшөнә һиҙелерлек файҙа.
“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың тәүге ярты йыллығында дөйөм майҙаны 870,1 мең квадрат метрлыҡ 10,5 мең фатир сафҡа индерелгән – был Волга буйы федераль округында икенсе күрһәткес. Һәр мең кешегә 214 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.