Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ...18.09.2018
Күптән түгел Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙы дәүләт көйләүе тураһында закон проектын парламент ҡарауына индергән. “Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, документ 2019 йылдың башынан Хөкүмәттең яғыулыҡҡа сикке хаҡ билдәләй алыуын күҙ уңында тота.

Билдәләнеүенсә, бындай сара ҡулланыу­сыларҙы хаҡтарҙың көслө тирбәлеүенән, бензинға сығымдың ҡырҡа артыуынан яҡларға мөмкинлек бирергә тейеш.

Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың һәм дизель яғыулығының хаҡы үҙгәрмәй. Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, әле баш ҡалабыҙҙа АИ-92 маркалы бензиндың литры уртаса 40 һум 59 тин, АИ-95 — 43 һум 63 тин, АИ-98 маркалыһы 47 һум 87 тин тора. Дизель яғыулығының литры Өфөлә 43,85 һумға төшә. Уҙған йылдың йәйе менән сағыштырғанда, баш ҡалала дизель яғыулығы 14,6 процентҡа ҡиммәтләнде. 92-се бензин ошо ваҡыт эсендә – 11,8, 95-се 10,9 процентҡа артты.

Бының сәбәбе үткән йыл аҙағында нефтетрейдерҙарҙың, бензинға акциз күтәре­леүе сәбәпле, запас туплай башлауына ҡайтып ҡала. Һөҙөмтәлә яғыулыҡҡа ихтыяж көсәйҙе һәм был хаҡтарҙы ла арттырып ебәрҙе. Әммә Федераль монополиялыҡҡа ҡаршы хеҙмәттең ҡыҫылыуы был хәрәкәтте туҡтатып торғайны. Йыл башынан хаҡ тағы ла бер аҙға артты. Уның тәүге күтәрелеше май айына тура килә, һәм был – ғәҙәти хәл: яҙғы баҫыу эштәре башланған һәм юлдарҙа автоһәүәҫкәрҙәр күбәйгән мәлдә яғыулыҡ ҡиммәтләнә төшә.
Икенсе сәбәбе – нефткә хаҡтың күтәрелеүе. Был осраҡта яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүе нефтселәрҙә шыйыҡ углеводородты эске баҙарҙа түгел, ә илдән ситкә һатыу теләге тыуҙыра, сөнки шулай табышлыраҡ. Өсөнсө сәбәп – акциздың артыуы. Бензин хаҡының 60 проценты самаһының һалымдар түләүгә китеүе билдәле.

Бынан тыш, нефткә хаҡ донъя баҙарында бик тиҙ үҙгәреп тора. Был да “ҡара алтын” һатыуҙы халыҡ-ара кимәлгә сығарырға дәртләндерә. Һөҙөмтәлә Рәсәй автозаправкаларында яғыулыҡҡа ҡытлыҡ тыуа. Белгестәр әйтеүенсә, Санкт-Петербург халыҡ-ара сеймал биржаһында тәүлегенә уртаса 15 мең тонна бензин һатыла, Рәсәй ҡойҙороу станцияларына тәүлегенә 50 мең тонна талап ителә.


Вернуться назад