Бөгөнгө ауыл хужалығына ниндәй үҙенсәлектәр хас?
Башҡортостандың ауыл хужалыҡтары быйылғы ураҡты тамамлай. Ләкин уңышты бураларға һалыу менән генә эш бөтмәй, алда иң мөһиме көтә: нисек ошо муллыҡты хужалыҡты үҫтереү, тағы ла табышлыраҡ итеү, урындағы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм ауыл уңғандарының йәшәү кимәлен артабан яҡшыртыу өсөн файҙаланырға? Икенсе төрлө әйткәндә, агрономия һәм зоотехниканы белеүҙән тыш, аграр бизнес та көндәлек һәм ғәҙәти күренешкә әйләнгән тип буламы?
Донъя стандарттары ашыҡтыра
– Беҙҙең аграр тармаҡтағы хәлде насар тип булмай, Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ла яҡшы баһа бирә, ләкин беҙ – объектив кешеләр һәм әле бик күпте эшләп еткерәһе бар икәнен һәйбәт аңлайбыҙ, – тигәйне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов быйыл йәй баҫыу эшсәндәре менән осрашҡанда. – Һуңғы биш йылда ауыл хужалығын үҫтереүҙә ҙур аҙымдар яһаныҡ – техниканы яңырттыҡ, яңы технологияларҙы үҙләштерҙек. Алдынғы хужалыҡтарҙа хәҙер үҫеш тә тотороҡло бара. Шулай ҙа ресурстар биреүҙе, әлбиттә, дауам итәбеҙ. Быйыл ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы 4,5 миллиард һумдан күберәк, шуның 2,5 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, ике миллиарды – республика бюджетынан. Алдағы айҙарҙа химиялаштырыу саралары һатып алыуға сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау өсөн – 200 миллион һум, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алыу сығымдарына – 460 миллион һум, яғыулыҡ-майлау материалдарының хаҡы артыуға бәйле 200 миллион һум бүленде һәм башҡалар. Дөйөм алғанда, өҫтәмә ярҙамдың да бер миллиард һум самаһы тәшкил итте.
Хәҙер ауыл хужалығында ла бизнес-планһыҙ эшләргә ярамай. Был турала республика етәксеһе “ВДНХ-Экспо” комплексында үткәрелгән агросәнәғәт форумында ла, “Баҫыу көнө-2018” кәңәшмәһендә лә, башҡа сығыштарында ла һәр саҡ әйтә килә. “Нимәлер етештерәбеҙ икән, уны ҡайҙа һәм кемгә һатырыбыҙҙы алдан күҙалларға тейешбеҙ”, – ти Рөстәм Зәки улы. Уның раҫлауынса, һуңғы ике-өс йылда ауыл хужалығында стереотиптар, консерваторлыҡ, “тәгәрмәс юлы эффекты” менән көрәш бара, сөнки беҙҙең ауыл хужалығы һаман бер үк тәгәрмәс юлынан сыға алмай. Тиҫтәләрсә йылдар буйы бойҙай, арыш, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм бер аҙ кукуруз, һоло, борсаҡ сәсәләр.
– Продукция “линейка”һын үҙгәртергә кәрәк, диверсификация менән, ниһайәт, шөғөлләнегеҙ, тип гел әйтә киләбеҙ, – ти төбәк етәксеһе.
Ауыл хужалығын алып барыу буйынса донъя стандарттары бар. Уларға ярашлы, бер мең гектар һөрөнтө ергә дүрт кеше тура килә икән. Ошо дүртәү ерҙе һөрә, ашлама индерә, тәрбиәләй һәм уңышты йыйып ала. Ә беҙҙең республикала хатта алдынғы хужалыҡтарҙа ла мең гектарға 10-15 кеше тура килә. Шулай ҙа донъяла ҡабул ителгән үлсәмдәргә табан хәрәкәт бар. Республиканың иң яҡшы хужалыҡтарындағы техника, мәҫәлән, бөгөнгә иң камил булған донъя өлгөләренә яуап бирә. Технологиялар йәһәтенән дә шуны әйтергә мөмкин. Белгестәр билдәләүенсә, алдынғы предприятиеларҙағы орлоҡ буйынса ла донъя талаптарына яҡын киләбеҙ. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыраһы бар әле.
Баҫыу өҫтөндә – квадрокоптер
Ауыл хужалығын һанлы технологияларға күсереү буйынса ла алда ғәйәт ҙур эш көтә. Мәғлүмәттең иге-сиге юҡ һәм уларҙы йыя, эшкәртә, анализлай, кәрәклеһен һайлай белергә кәрәк. Бөгөн аграр предприятиеларҙа ауыл хужалығы бухгалтерҙары ғына бар. Улар күбеһенсә “Excel” таблицаһында ғына эшләй белә. Һанлы технологияларҙы яҡын арала үҙләштерә алырҙармы?
Мәғлүмәт ағымы менән эшләргә өйрәнеү зарурлығын иҫәпкә алып, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы геоинформация системаһын булдырыуға тотонған. Аграрсылар аңлатыуынса, ул республика картаһынан ғибәрәт: эшләүселәр, баҫыуҙар, сәселгән культуралар, фермалар, техника, запчастар тупланған урындар, малсылыҡ һәм башҡалар. Ҡайһы районда ниҙәр атҡарылғанын төрлө ҡатламдарға сығып ҡарарға мөмкин икән. Был тейешле иҫәп алып барырға һәм ҡайҙа ни буйынса артта ҡалыуҙы белергә ярҙам итә. Бөгөн баҫыуҙарҙа күп урында датчиктар ҙа ҡуя башлағандар. Әлбиттә, улар йыйған мәғлүмәтте ҡарап һәм анализлап торорға кәрәк буласаҡ. Әлеге көндәрҙә баҫыуҙар өҫтөнән квадрокоптерҙар осорола. Тәбиғи, улар ҙа ҙур күләмдә мәғлүмәт йыйып, тейешле үҙәктәргә тапшыра. Һанлы технологиялар ҡулланыу өсөн, ҡайһы бер етәкселәр әйткәнсә, компьютерҙар һәм программа һатып алыу ғына етмәй.
Кешеләрҙе онотмайыҡ!
Бөгөн ЕRР системаһы ла заман талабы булып тора, ти белгестәр. Ул предприятиеға идара итеү системаһы тигәнде аңлата. Был технология ойоштороу, матди, финанс, кеше ресурстарын һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала. Ваҡыт көтмәй: республиканың Ауыл хужалығы министрлығына был йәһәттән ҙур эш башҡарыу, фән тармағы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү бурысы ҡуйыла.
– Беҙҙең һәр нәмәлә һуңлай торған ғәҙәтебеҙ бар, – ти Рөстәм Зәки улы. – Һанлы технологияларға күсеүҙе ашыҡтырырға кәрәк. Бөтә донъя шуға нигеҙләнеп эшләй, һәм беҙ ҙә артта ҡалырға тейеш түгел. Тик был осраҡта мин кешеләрҙе онотмауҙы һорар инем. Халыҡ менән эшләй белһәң генә һөҙөмтә көттөрмәйәсәк.
Башҡортостан етәксеһе ауыл хужалығы тармағының йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау кәңәшмәһендә иң яҡшы тип табылған хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләргә, бүләкләргә вәғәҙә итте. “Эш наградала түгел, ә кешеләргә тейешле мөнәсәбәттә. Уларҙың урындарҙа ҡайһы бер осраҡта тупаҫлыҡ, тәкәбберлек менән осрашыуҙарын һиҙәм. Хеҙмәт кешеһе тейешле хөрмәт күрергә тейеш”, – тине республика Башлығы.
Ете диңгеҙ аръяғына етеҙ етергә...
Ҡайҙа һәм кемгә һатырға икәнен белергә тигәндәй, беҙҙең республикала экспорт оҙаҡ йылдар бер нисек тә дәртләндерелмәгән. Быйыл иһә донъя баҙарына иген һатыу 20 миллион долларға етте, шулай уҡ 12 миллион долларға көнбағыш майы, 4,5 миллион долларға шәкәр, 1,5 миллион долларға һөт ризыҡтары, йомортҡа, бал оҙатылған. Тимәк, республиканың ауыл хужалығы экспорты бөгөн 40 миллион долларҙан аша. Әммә быны ҙур тип булмай: төбәк аграр сәнәғәтенең етештереү күләме 175 миллиард һум тәшкил иткән ваҡытта, экспорт уның 2,6 миллиард һумын ғына алып тора.
Рәсәйҙең Иген союзы менән берлектә ойошторолған уҡыуҙар һөҙөмтәһендә экспорт ағымы аҡрынлап күренә башлаған. Хәҙер белгестәр был тема буйынса ныҡлап һәм даими шөғөлләнеү кәрәклеген иҫкәртә. Игендең күләме ҡулланыуҙан артығыраҡ булғанлыҡтан, уны тулыраҡ эшкәртеү мәсьәләһе лә көнүҙәккә әйләнде. Быйыл яҙ республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Курчатов исемендәге институт президенты Михаил Ковальчук менән осрашҡайны. Ике яҡ игенде тулы эшкәртеү буйынса килешеү төҙөргә һүҙ ҡуйышты. Бының өсөн заманса технологиялар бар.
Ун мең – ул плюс...
Алдынғы технологиялар, баҙар иҡтисадында үҙ урынын табырға ынтылыш һуңғы йылдарҙа йәнләнә бара. Был беҙҙең республиканың ауыл хужалығына ла хас. “Щелково Агрохим” компанияһының Өфө вәкиллеге директоры Артур Хәйруллин аңлатыуынса, “10 мең плюс” программаһы ошо коллектив эшмәкәрлегенең нигеҙенә әүерелгән. Уның маҡсаты – бер гектарҙан тотороҡло рәүештә 10 мең һум һәм унан да юғарыраҡ табыш алыу. Был йүнәлеш шулай уҡ сәсеү майҙанын йыл һайын киңәйтә барыуҙы, тауар продукцияһы күләмен йыл да 10-ар мең һумға арттырыуҙы күҙ уңында тота. Билдәле булыуынса, “10 мең плюс” проект башланғысын республиканың Ауыл хужалығы министрлығы эшләгәйне һәм ул быйыл июндә Хөкүмәт ултырышы президиумында ҡабул ителде. Уны тормошҡа ашырыу механизмы агрономдарҙы уҡытыуҙы, ошо яңылыҡта ҡатнашырға әҙер булған предприятиеларҙы һайлап алыуҙы, сифатлы орлоҡ фонды булдырыуҙы, минераль ашламаларҙың тулы нормативын ҡулланыуҙы һәм башҡа сараларҙы үҙ эсенә ала.
– Минераль ашлама арзан түгел, әлбиттә, ләкин ул тупраҡтың туҡлыҡлы составын тотороҡло итә, һөҙөмтәлә уңдырышлылыҡ арта, – ти Артур Хәйруллин. Уның әйтеүенсә, технология Башҡортостандың бер нисә хужалығында һынап ҡаралған да инде. Мәҫәлән, Бөрө районында гәрсис баҫыуҙарының уңдырышлылығын күтәрә алғандар (ә был культура донъя баҙарында ҡиммәт тора), Ауырғазыла иген культураларының уңышы максималь кимәлгә еткән – гектарынан 55 центнер алғандар.
Урып йыйыу эштәренән һуң элеваторҙарҙың эше экспортер талап иткән кимәлгә еткерелә – дымлылыҡ, сүплелек һәм башҡа үлсәмдәр тейешенсә үҙгәртелә. Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк, Аллағыуат һәм Әлмөхәмәт элеваторҙары был эшкә ҡушылған да инде.
Быйыл йәй Ҡырмыҫҡалы районында уҙғарылған “Баҫыу көнө-2018” кәңәшмәһендә (беҙҙең гәзиттә ул турала яҙылғайны) Рәсәй шәкәр етештереүселәр союзы рәйесе Алексей Ломанов Рәсәй продукцияһының Үҙәк Азияла, айырыуса Ҡаҙағстан менән Үзбәкстанда ҙур ихтыяж менән файҙаланылыуы тураһында әйткәйне. Ә бит Башҡортостанға был илдәр терәлеп тигәндәй урынлашҡан.
Тормош тәжрибәһе һөнәр түгел
– Беҙ ауыл хужалығында белдекле идара итеүҙең булмауы менән осрашабыҙ, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Тармаҡта профессиональ идара итеүселәр ҙә, уларҙы әҙерләгән мәктәп тә юҡ. Күпселек етәкселәрҙең фәҡәт тормош тәжрибәһе генә бар. Әммә ул нигеҙҙә консерватизмдан тора һәм алға барырға ҡамасаулай. Үҫеш нигеҙендә хеҙмәткә дәртләндереү, даими уҡыу, алған белемде эштә ҡулланыу ятырға тейеш.
Шулай ҙа, вице-премьер билдәләүенсә, республикала ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү системаһы булдырылған, һәм субсидия хужалыҡтар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.
Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, дөйөм алғанда, алға китеш һиҙелә – ул күрһәткестәрҙә лә ышаныслы сағылыш тапты.