Барыһы ла үҙеңдән тора18.09.2018
Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барып ҡына етеш йәшәп буламы? Был һорауға күптәр яуап эҙләй. Һуңынан берәүҙәр, тырышып-тырышып та хәлләнеп китә алмағас, ҡул һелтәй. Икенселәр бөтөнләй тотоноп та ҡарамай, ғәҙәтенсә, бер һыйыр менән һуғым өсөн үгеҙ йәки тана аҫрауҙы күп күрә. Ләкин шундай тынғыһыҙҙар ҙа бар: беренсеһе килеп сыҡмаһа, икенсе эшкә тотона, хужалыҡ алып барыу өсөн бүтән тармаҡ эҙләй. Ғәҙәттә, шәхси ярҙамсы хужалыҡта ғаилә өсөн төп аҙыҡ етештерелә: картуф, башҡа йәшелсә, һөт, ит. Алда телгә алғанса, күптәр ошоға ҡәнәғәт. Эйе, шуға ла шәхси хужалыҡ “төп” эш урыны тип аталмай, ә “ярҙамсы” һанала. Әйткәндәй, һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә ауылда йәшәүселәрҙең 25 проценты уны төп килем сығанағы тип иҫәпләй икән.

Ысынлап та, байтаҡ кеше төп килем сығанағы итеп ҡарай. Альберт Әминев нәҡ ошондайҙар рәтенә инә. Нимәгә генә тотонмай ғүмеренең дүртенсе тиҫтәһен саҡ ваҡлаған, типһә тимер өҙөрлөк йәш ир. Шайморатов исемендәге хужалыҡта ла эшләгән, ситтә лә йөрөп ҡайтҡан. Ләкин Альберт Әнүәр улы шуға ныҡлы инана: шәхси хужалыҡ алып барыуҙан да ҡулайлы алым юҡ бөгөн. Тик бының өсөн тырышлыҡ ҡына етмәй икәнен дә аңлаған. Ҡорал эшләй – ир маҡтана, тигән шикелле, иң тәү техника кәрәклеген белә. Тәүҙә ҡайныһы Фәрит ағайҙың Т-25 тракторын ала. Һуңыраҡ ҙурырағына “үрелә” – ЮМЗ хужаһы була. Ләкин МТЗ-50 тракторынан да ҡулайлы техника юҡ, тип, уныһын ала. Нимәһе менән отошло ул: запчасть етерлек, әрһеҙ, ҡарау, йүнәтеү яғынан да ябай, көслө. Эшләгән кешегә Хоҙай ярҙам итеп тора бит ул – шәхси хужалыҡтарға лизинг алыу буйынса мөмкинлек сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ул программала юҡ. Әминев тәүҙән үк аптырап ҡалмай, бар иҫке техникаһын һата ла лизингка өр-яңы МТЗ-80 тракторы һатып ала. Тәүҙә Шайморатов исемендәге хужалыҡҡа үҙ тракторы менән ярҙамға сыға, 125 гектар ерҙе ҡуртымға биләй. Иген культуралары сәсә. Хәҙер иһә ерҙәрен кире “ҡыҫҡарта”, әсәһенең пай майҙанын ғына ҡалдыра. Уның ҡарауы, техникаһы менән фермерҙарға, ауылдаштарына ярҙам итә. Кемгә бесән сабырға, йыйырға, картуф баҡсаларын һөрөргә, утынға барырға кәрәк – шунда ашыға. Пай һәм ҡуртымға алған ун гектар баҫыуында күп йыллыҡ үләндәр сәсә. Фураж яғына килгәндә, фермерҙар ярҙам иткән өсөн игенләтә түләй.

Йорт эштәрен башлыса әсәһе Фәүзиә апай башҡара. Ҡатыны Минзәлә лә, Ҡыуатов исемендәге республика дауа­ханаһына ауылдан йөрөп эшләүенә ҡарамаҫтан, өйҙә төп терәк, уңған хужабикә. Әйткәндәй, өлкән ҡыҙҙары Илвина ла ошо уҡ дауаханала лаборантка. Ә икенсе ҡыҙҙары Диана туғыҙынсы синыфта уҡый, бәләкәйҙән БДПУ-ла белем алырға хыяллана, юғары уҡыу йортона әҙерлек курстарына йөрөй. Улдары Илнар өсөнсө синыфта уҡый. Шулай булыуына ҡарамаҫ­тан, мал ҡарарға булыша, атаһы эргәһенә техникаға тартыла. Фәүзиә апай ғүмер буйы колхозда малсылыҡта эшләгән. Әле иһә йорт-ҡуранан бушамай. Дөрө­ҫөрәге, тик торорға яратмай.

– Берәр малды тотона башла­һаң, яңынан алығыҙ, әҙен дә ҡарайһың, күбенә лә ошолай уҡ сығаһың, ти әнкәй, – тип йылмая Альберт. – Етмеш дүрт йәштә булһа ла, бер генә лә тик тормай. Барыһы ла иҫән-һау булһын инде…

Мал тигәндән, үҙҙәренә кәрәккәнсә ҡош-ҡорт тота Әминевтәр. Шулай ҙа һыйыр малына өҫтөнлөк бирәләр. Бөгөн ҡураларында ун өс үгеҙ һимертелә, һауым өсөн ике һыйыр тоталар. Йорт-ҡураһына элекке “сереп бөткән” байҙар ҙа көнләшер ине. Уҙған йыл бесән, иген өсөн бик ҙур ангар төҙөгән. Хәҙер “түк”кә уралған бесәнен дә шунда һала, машиналап игенен дә тултыра.

“Шәхси хужалыҡ менән генә йәшәп буламы?” тигән һорауға Әминевтәрҙең тормошо асыҡ миҫал. Була. Ләкин бының өсөн тырышырға, тағы бер тапҡыр тырышырға ғына кәрәк.


Вернуться назад