Кәйефтәре күтәренке, игенгә хаҡ тотороҡло
“Рощинский” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Стәрлетамаҡ берләшмәһе баҫыуҙарында ла техника тауышы тынмай, һәр ерҙәгесә ураҡ бында ла дәррәү һәм ойошҡан бара. Бынан тыш, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы хәстәрләү ҙә дауам итә, пар ерҙәре һөрәләр, баҫыуҙарҙа химик утау үткәрелә. Берләшмәнең 5200 гектар һөрөнтө ере бар, баҫыуҙар тәрбиәле, йыл һайын күпләп минераль ашлама, тиреҫ индерелгәс, ауыл эшсәндәре мул уңыш алыуға өлгәшә.
— Шөкөр, районда тәүгеләрҙән булып көҙгө уңышты йыйып алдыҡ, әле ҡайһы бер баҫыуҙарҙа ғына ҡалған игенде ураһы бар, былай үҙебеҙҙең элеваторға 42 мең тонна ашлыҡты һаҡлауға һалдыҡ та инде, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты йәмғиәттең Стәрлетамаҡ берләшмәһе начальнигы Рөстәм Ринат улы Рысаев. — Тәбиғәт беҙҙе быйыл әллә ни иркәләтмәһә лә, баҫыуҙар уңышы менән шатландырҙы, ауыл эшсәндәренең дә тырышлығы бушҡа китмәне. Бөгөн игенселәрҙең кәйефе күтәренке, сөнки келәттәр тулы, игенгә лә хаҡ тотороҡло.
Ысынлап та, нәҡ совет осорондағы кеүек, йәмғиәттең ырҙын табаҡтарында ла, баҫыуҙарҙа ла эш гөрләй, һәр кем ҙур ихласлыҡ менән үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы башҡара. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын да етерлек күләмдә хәстәрләгәндәр, тимәк, малдар сифатлы, туҡлыҡлы аҙыҡҡа ҡытлыҡ кисермәйәсәк. Бынан тыш улар 700 гектарҙа ужым культуралары сәсеү менән мәшғүл, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр ултыртасаҡтар.
— Техника төҙөк һәм яңы булғас, бер ниндәй ауырлыҡтар күҙәтелмәй, яғыулыҡ, сифатлы орлоҡ, минераль ашламаларҙы алдан әҙерләгәс, эш тотҡарлыҡһыҙ бара, — ти Рөстәм Рысаев.
Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре 610 гектарҙа үҫтерелгән кукуруз баҫыуҙарында тырышып хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Был культура бында юғары уңышы менән ҡыуандыра. Белгестәр билдәләүенсә, уның бейеклеге өс метрға етә, ҡайһы бер урындарҙа унан да артып китә икән. Уңыш ҡеүәте гектарынан, мәҫәлән, 450-500 центнер тәшкил итә. Әле йәмғиәттең биш силос соҡоро ла мал аҙығы менән тулылана. Бынан тыш 23 мең центнер бесән, 25 мең центнер һалам, 165 мең центнер сенаж хәстәрләгәндәр.
— Мал да ишле бит, әле йәйләүҙә 2170 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, таналар күпләп быҙауланы. Шуға ла уларҙың аҙыҡ өҫтәле наҡыҫ булмаһын тип тырышабыҙ инде, — ти Рөстәм Ринат улы.
Һауын һыйырҙары 650 баш тәшкил итә, көтөүгә йыл һайын яңы йөҙ баш тана ҡушалар. Һимертеү майҙансығында иһә 600 баш үгеҙ аҫрайҙар. Малсылыҡтан алынған әҙер продукцияны үҙҙәренең һөт һәм ит эшкәртеү цехына оҙаталар. Сифатлы һөттән һәм иттән төрлө ризыҡтар етештереп, һатыуға сығаралар. Етәкселек киләсәктә лә был тәңгәлдә эшмәкәрлектәрен дауам итеп, халыҡты экологик яҡтан таҙа продукция менән тәьмин итергә күҙаллай.
Хужалыҡ эшсәндәре йәй көндәре һөтсөлөк фермаларына бына тигән ремонт үткәргән, тағы ла мал һимертеү өсөн яңы биш майҙансыҡ төҙөп ултыртҡандар.
Техника паркының бай булыуы әллә ҡайҙан күренә, сит илдә һәм Рәсәйҙә етештерелгән ҡеүәтле техника бөгөн баҫыуҙарҙы иңләй. Һөтсөлөк фермалары ла заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. “Ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә беҙҙә тырышып эшләй, эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр бик күп”, — ти Рөстәм Ринат улы. Хеҙмәт хаҡы юғары, бөгөн уртаса эш хаҡы 25 мең һум тәшкил итә. Премиялар, социаль яҡлау ҡаралған.
— Яҙғы-көҙгө баҫыу эштәренә республика Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан субсидия ла ваҡытында бүленде, шуға ла был ярҙамға байтаҡ эштәр башҡарып, ураҡ эштәрен тотҡарлыҡһыҙ атҡарырға мөмкинлек булды, — тине район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Салауат Фәритов. — Бындай ярҙам булғас, беҙгә тик тырышып эшләргә генә ҡала, ә стәрлетамаҡтар былай ҙа һынатҡандары юҡ.