Сөгөлдөр алалар14.09.2018
Баҫыуҙарҙа шәкәр сөгөлдөрө йыйыу бара. Быйыл республикала был культура 46,1 мең гектар майҙанды биләй. Уны 24 район хужалығы үҫтерә.

Республика Ауыл хужалығы министр­лығы мәғлүмәттәре буйынса, әле Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Шишмә, Ҡыр­мыҫҡалы райондары татлы тамыр йыйыу менән мәшғүл. Бөгөнгә 3,6 мең гектар май­ҙандан ашыу сөгөлдөр алынған. Уңыш гектарынан уртаса 300 центнер тәшкил итә.



Вернуться назад