Стратегик документ тикшерелде13.09.2018
Стратегик документ тикшерелдеРеспубликабыҙ делегацияһы IV Көнсығыш иҡтисад форумында эшен дауам итә. Икенсе көн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиковтың федераль министрлыҡта стратегик планлаштырыу мәсьәләләрен көйләгән Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Живулин менән осрашыуҙан башланды.

Рөстәм Мәрҙәнов 2030 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын яраштырыу барышындағы берлектәге эш өсөн Вадим Живулинға рәхмәт әйтте. 4 сентябрҙә Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы стратегия-2030 проектына ыңғай һығымта тәҡдим иткәйне. Осрашыуҙа шулай уҡ 2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһын үҫтереү стратегияһы проекты тикшерелде. Быйыл 18–19 октябрҙә Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС вәкилдәре булған ил төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың дүртенсе форумын ойоштороу сараларына айырым иғтибар бирелде. Әңгәмә аҙағында Рөстәм Мәрҙәнов Вадим Живулинды форум эшендә ҡатнашырға һәм пленар ултырышта сығыш яһарға саҡырҙы.




Вернуться назад