Республикала һөт продукцияһының “Башҡортостандан” брендын булдырыуҙы планлаштыралар.
Төбәктә “Башҡортостан Республикаһында һөт тармағын үҫтереү” комплекслы программаһы раҫланды. Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты. Программа Рәсәйҙең һөт тармағы лидеры булараҡ Башҡортостан имиджын булдырырға, республика баҙарын урындағы һөт аҙыҡ-түлектәре менән байытырға ярҙам итер тип көтөлә. Үҙебеҙҙә етештерелгән һөт продукцияһы өлөшөн 80 процентҡа еткереү һәм уны донъя баҙарына сығарыу күҙаллана.
Һөтсөлөктө үҫтереү программаһы яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үткәргән Хөкүмәт ултырышында ҡаралды.
– 2020 йылға йылына 900 мең тонна һөт етештереүҙе планлаштырабыҙ, ә 2030 йылда был һан 1,5 миллион тоннаға етергә тейеш, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.