Башҡортостанда өлкәндәргә ташламаларҙы һаҡлап ҡалыу 628 меңдән ашыу кешегә ҡағыласаҡ. Был маҡсатта 3,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
2018, 2019, 2020 йылдарға иҫәпләнгән бюджетта был сығым алдан күҙалланған. Әгәр ташламаны алыусылар һаны үҙгәрһә, 1 октябрҙә 2019—2020 йылдарға бюджет тураһындағы яңы законды тәҡдим иткәндә республика парламенты был һанға төҙәтмә индерәсәк.
Яңы закон киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.