Уларҙың тауарын хатта Ҡытайҙар һатып ала12.09.2018
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “PROFуспех” йәштәрҙең мәшғүллеге буйынса I республика форумының пленар сессияһында сығыш яһап, “Альтернатива” пластмасса әйберҙәр заводының уңыштарын билдәләне. Заводтың генераль директоры Раил Фәхретдинов сара спикерҙарының береһе булды.

БДБ-ла һәм Европала пластмасса әйберҙәр етештереү буйынса ҙур предприятие Октябрьскийҙа урынлашҡан. Әле етештереү күләме 4,5 миллиард һумға етә. Раил Фәхретдинов әйтеүенсә, заводтың уңыштары бәләкәй генә ҡалала ла донъя кимәлендәге компанияны ойошторорға мөмкин икәнлеген асыҡ күрһәтә.

— Шәп эшләйҙәр, — тине республика Башлығы. — Бөтә донъяны үҙенең пластмасса әйберҙәре менән күмгән Ҡытай ҙа ҡайһы бер нәмәләрҙе Октябрьскийҙан һатып ала.

Рөстәм Хәмитов йәштәр форумында ҡатнашыусыларға предприятиеның тарихы тураһында һөйләне.

— Раил Камил улы был бизнесты туғаны менән фатирҙа ғына башлаған. Тырышлыҡтары менән үҙҙәрен танытҡан, компанияны ла үҫтергән. Республикабыҙҙа ошондай шәхестәр булыуы менән ғорурланам.


Вернуться назад