Ашламалар өсөн инфраструктура булдырыла12.09.2018
Ашламалар өсөн инфраструктура булдырылаКөнсығыш иҡтисад форумында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков “ФосАгро-Регион” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Вовк менән осрашты.

Сарала Башҡортостандың агрономия технологияларын үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде. Яҡын киләсәккә инвестиция пландары тураһында ла һүҙ барҙы.

— Әле республикалағы агросәнәғәт комплексында минераль ашламалар өлкәһен реформалауға, ошо йүнәлештә һөҙөмтәле алымдарҙы файҙаланыуға ихтыяж бар. Шуға күрә Рәсәйҙәге минераль ашламалар етештереүселәр менән берлектә юл картаһын эшләүҙе планлаштырабыҙ. Ул беҙгә был өлкәне, шул иҫәптән агротехнологияларҙы, логистиканы, контроль һәм һөҙөмтәләрҙе баһалау алымдарын үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк, — тине Рөстәм Мәрҙәнов.

“ФосАгро-Регион” йәмғиәте һәм Башҡортостан Республикаһы октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк “Алтын көҙ” форумы нигеҙендә хеҙмәттәшлек тураһындағы яңы меморандумға ҡул ҡуйырға ниәтләй.


Вернуться назад