Ҡуртым хаҡы күпме?12.09.2018
Торлаҡты ҡыҫҡа ваҡытлы ҡуртымға биреү баҙарында Санкт-Петербург иң ҙур һорау менән файҙаланған ҡала. Өфө ҡалаһы ла был тәңгәлдә һыр биреүселәрҙән түгел.

Был хаҡта “Известия” гәзите хәбәр итә. Бер йыл эсендә Санкт-Петербург Мәскәүҙе уҙып, өсөнсө урындан тәүге урынға күтәрелгән. Быға футбол буйынса чемпионаттың сәбәп булыуы ла мөмкин. Уртаса ҡуртым хаҡы тәүлегенә 2,4 мең һум тәшкил иткән. Сочи — өсөнсө урында. Был популяр ҡалаларҙың исемлеген аҙ ғына ҡалышып, Ҡазан һәм Өфө ҡалалары дауам итә. Йәй көнө торлаҡты ҡуртымға алыу Воронеж менән Краснодарҙа сағыштырмаса арзанға төшкән — тәүлегенә уртаса 1,5 мең һум.


Вернуться назад