Баҫыуҙар бушай12.09.2018
Баҫыуҙар бушайРеспублика баҫыуҙарында урып-йыйыу барышы аҙағына яҡынлаша. Бөгөн барлыҡ сәсеүлектәрҙең 79 проценты йыйып алынған.

Төбәктә 1 миллион 386 мең гектар майҙандан иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйылған. Ауыл уңғандары бөтәһе 2 миллион 637 мең тонна ашлыҡты бураларға һалған, гектар ҡеүәте уртаса 19 центнер тәшкил итә.

Дүртөйлө, Шишмә, Саҡмағош игенселәре бына-бына ураҡ эштәрен тамамларға йыйына – бында барлыҡ баҫыуҙарҙың 94 – 95 проценты алынған. Илеш уңғандары ла уларҙан ҡалышмай.


Вернуться назад