Байыштарға көнләшмәҫлек тә түгел шул!12.09.2018
Хужалыҡ етәкселеге дәртләндереү алымын иркен ҡулланғас, эшкә килергә атлығып торалар.

Әҙ генә ел иҫеүенә лә туҡ башаҡтар һелкенеп ҡуя, бер-береһе менән серләшкәндәй, шыбыр-шыбыр киләләр. Бер ерҙә, хатта баҫыу ҡырында ла, электр бағаналары төптәре янында ла, сүп күрмәҫһең. Ҡыҫҡаһы, иге-сиге күренмәгән иген баҫыуына ҡарап күңел ҡыуана, бына ҡайҙа бай йәшәйҙәр икән тигән һығымтаға киләһең. Ошо турала “Рәсәй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тоҡомсолоҡ заводы директоры Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәфил Ғүмәровҡа әйттем. “Көс түккән кешегә эш ҡарышмай, киреһенсә, мул итеп бирә”, – тине ул. Әйткәндәй, бында хеҙмәткәрҙәр беренсе урында торғас, һәр йәһәттән дә эштәр ырамлы бара.

Бөгөн хужалыҡта ураҡтың иң ҡыҙған осоро, бер нисә көндән уны тамамларға уйлайҙар. Гектарынан 24 центнер уңыш йыйыу – улар өсөн яҡшы күрһәткес. Хәйер, тарихҡа шундай йылдар теркәлгән, быға ҡарағанда ла юғары булған гектар көсө. Ғөмүмән, хужалыҡ өс меңдән ашыу майҙанға иген культуралары сәсә. Унан инде ерҙе туңға һөрөү, ужым сәсеү һәм башҡа эштәрҙең башланыуын урып йыйыуҙың дауамы тип ҡарарға мөмкин. Йәмғиәт бер нисә ауыл – Гөлөк, Илдус, Яңы Уртай һәм Иҫке Уртай уңғандарына таяна. Идаралыҡ Иҫке Байышта урынлашҡан. Бөтәһе 110 хеҙмәткәр төп йөктө тарта.

“Рәсәй” етәкселеге егәрлеләрҙе дәртлән­дереүҙең төрлө алымдарын иркен ҡуллана. Беренсенән, йәш белгестәрҙең сабыйҙары тыуһа, сертификат бирелә. Был аҡсаға кемдер йорт төҙөй, бүтән маҡсатта тотонһалар ҙа, үҙҙәренең ҡарамағында, бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Икенсенән, механизаторҙы булһынмы, малсыны тиһеңме, кемде генә алмайыҡ, хаҡлы ялға оҙатҡанда, иҫтәлекле бүләккә ҡушып, 100 мең һум аҡса биреү күптән йолаға әйләнгән. Өсөнсөнән, кемдер эшкә алына икән, уға ла шундай уҡ күләмдә “подъемный” бирелә. Дүртенсенән, йорт төҙөү өсөн йәш ғаиләгә ер участкаһы бүленә.

– Эшсене һәр саҡ маҡтап тороу зарур, йылы һүҙҙе йәлләргә ярамай бер ҡасан да, шул осраҡта ғына барыһы ла уң булыр, – тип һөйләй Рәфил Нәжип улы. – Бынан тыш, кабинет һаҡлап ултырыу – миңә ят сифат. Баҫыуға йыш сығам, малсылар араһында йөрөйөм, бер һүҙ менән әйткәндә, тормоштоң уртаһында ҡайнарға тырышам.


Вернуться назад