Нуриманда картуф уңған! Ә һеҙҙә?11.09.2018
Нуриман районының Иҫке күл ауылынан Рәлифә менән Айрат Нурмөхәмәтовтарҙы быйылғы картуф уңышы һөйөндөргән.

Улар алты сутый ерҙән 300 биҙрә йәшелсә йыйған. Ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә етерлек ҡалдырып, ҡалғанын һатыуға сығармаҡсылар. Һатып алыусылар ун тоҡҡа заказ биргән дә инде.

Әйткәндәй, Нурмөхәмәтовтар картуфтың Рәсәй “Нева” сортын үҫтерә. Ул бигерәк тәмле икән!


Вернуться назад