Аҡ тәнле, йомро кәүҙәле, Их, тәмле бәрәңге!11.09.2018
“Икенсе икмәк”те нисек эшкәртергә?

Уҙған сығарылышты беҙ тулыһынса картуфҡа арнағайныҡ. Эйе, бар тирә-яҡты алтын төҫтәргә мансып алтын көҙ килде. Уңыш йыйыу, баҡсаны таҙартыу осоро. Ләкин баҡсасының күңелендә гелән мәшәҡәтле мәл йәшәй. Ни генә тимә, ул – оптимист кеше, киләсәген уйлап ғүмер итә. Киләһе йыл өсөн орлоғон да хәстәрләй, теге йәки был культура тураһында белешмәләр йыя. Яңынан-яңы сорттарҙы эҙләй, таба, һатып ала, алыша. Был юлы “хәтер һандығына” картуфтың биологик үҙенсәлектәре, эшкәртеү шарттары тураһында бирмәксебеҙ.

Биологик үҙенсәлеге

Һәр нәмәнең нәҫеле булған һымаҡ, картуфҡа яҡын үҫемлектәрҙән помидор, баклажан торһа, аҙ ғына алыҫыраҡ “туғаны” булып борос иҫәпләнә. Был хәлде культураларҙы ултыртҡан, сәскән ваҡытта гелән иҫтә тоторға кәрәк. Һис ҡасан картуфты томаттан һуң йәки алда ултыртырға ярамай, сөнки икеһенән дә үҫкән ерҙәрендә бер үк ауырыу ҡалыуы бар. Мәҫәлән, фитофтороз.

Биологик үҙенсәлегенә килгәндә, бер төп картуф дүрт-һигеҙ һабаҡтан тора. Башта улар бер әсәлек орлоҡтан сыҡһа, һуңғараҡ һәр береһе айырым тамыр алып китә. Тамыр иһә ошо уҡ һабаҡтың ер аҫтындағы дауамы булып иҫәпләнә. Тик ҡалынайып, бик күп файҙалы матдәләр алып ята, беҙ белгән-күргән картуфҡа әйләнә. Картуф өҫкө яғынан шыта башлай, шулай үҫкәндә көслө була. Уның өҫкө күҙҙәре йышыраҡ урынлашҡан. Бер “күҙ”ҙә өс һәм унан да күберәк “бөрө” булырға мөмкин. Шытҡан саҡта иң көслөһө бүртә, үҫенте бирә. Ә ҡалғаны запаста тора. Берәүһен ҡырау һуҡһа йәки башҡа төр сәбәп менән көсһөҙләнһә, башҡалары ҡуҙғала.

Борсаҡ тиклем генә “бала” сағында “эпидермис” тигән ҡатлам ҡабыҡ ролен үтәй. Үҫә килә ул нығына, фәнни телдә күп ҡатлы “перидерма” тигән һабаҡса барлыҡҡа килә. Уңыш йыйып алғандан һуң картуф ике-өс ай “тыныс” ҡына ята. Хатта бүлмә йылылығында ла шытым бирмәй, ә 3-5 градус йылылыҡта яҙға тиклем һаҡланырға мөмкин. Әйткәндәй, төрлө сорт төрлө ваҡытҡаса “йоҡлай”. Мәҫәлән, иртә өлгөргән “весна” менән һуң өлгөргән “темп” сорттарының айырмалары ҙур. Шуға ла һаҡлау, йәйгәсә ашар өсөн аҙыраҡ тыныслыҡта булған, тиҙ генә шыта башламаған сорттарҙы һайлайҙар.

Картуфтың тамыр системаһы бик насар үҫешкән. Бүлбеләре 20 сантиметр тәрәнлектән китмәй, бик һирәк кенә 40-ҡа барып етә. Тамыраҙыҡтарҙың дөйөм ауырлығы һабағының өс-һигеҙ процентын ғына тәшкил итә. Тик сығарыр алдынан ғына һабаҡ өлөшө ҡорой башлай, еңелләшә.

Тамырҙар кислородҡа бик мохтаж. Был инде тупраҡты гелән йомшартып тороуҙы талап итә. Иртә сорттарҙың тамыр системаһы көслө түгел, ләкин ул һуң өлгөрә торған сорттарға ҡарағанда күберәк кислородты “йота”, минераль матдәләрҙе туплай.

Йомшартылған, дымлы тупраҡ үҫеш өсөн иң ҡулайлы иҫәпләнә. Ә тупраҡ өҫтө ҡатҡан, һауа үтеп инмәгән, ҡоро йәки артыҡ дымлы тупраҡта тамыраҙыҡ ауырый, һуңынан серей.

Үҫеш осоро

Вегетатив үҫеш осорон ҡараһаң, уны дүрт арауыҡҡа бүлеп була. Һәр береһенең ваҡыты, һауа шарттарына яраҡлашыу мәле була.
Тәүгеһе – ултыртҡандан алып шытым биргәнгә, тамыр ебәргәнгә тиклем. Ғәҙәттә, ул 13-14 көн иҫәпләнә.

Икенсеһе – шытым биреп, сәскә атҡанға тиклем осор. Был иртә өлгөрә торған сорттарҙа – 38-39, ә һуң өлгөрә торғандарында 41-46 көн дауам итергә мөмкин. Был сағында һабағы, тамыры ҡаҙып алынғанға тиклемге ваҡыттың 10-15 процентына тиклем үҫешә.

Өсөнсө осор – сәскә атҡандан алып һабағы үҫеүҙән туҡтағанға тиклем. Иртә өлгөрә торған сорттарҙа 26-36 көн, һуң өлгөрә торғандарында 43-45 көн дауам итергә мөмкин. Был сағында тамыраҙыҡ 60-75 процентҡа тиклем үҫешә. Нәҡ ошо осорҙа ашламаға, дымға һәм кислородҡа мохтажлыҡ кисерәләр.

Барлыҡ дүрт осорҙоң да ваҡыты йылдың нисек килеренә бәйле, ләкин һәр арауыҡты үҫемлектең үҫешенә ҡарап билдәләп була. Бигерәк тә өсөнсө осорҙа иғтибарлы булырға кәрәк. Нәҡ ошо саҡта тамыраҙыҡтың буласаҡ уңышынан 60-75 проценты формалаша. Был осор иртә өлгөргән картуфтың июлгә, уртаса һәм һуңыраҡ өлгөргәндәренең авгусҡа тура килә.

Быларҙы ниңә яҙабыҙмы? Сөнки үҫемлектең биологик үҙенсәлеген белеү уның агротехникаһын аңларға ярҙам итә. Картуф үҫтергәндә кәрәкле алымдарҙы ҡулланып, тәбиғәт шарттарына ҡарамайынса эште алып барырға мөмкинлек бирә.
Эшкәртеү шарттары

Үҫеш ваҡытында картуфҡа температура, һыу һәм һауа режимдары, яҡтылыҡ, көн оҙонлоғо, тупраҡ төрө ҙур йоғонто яһай. Картуфтың беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлашыуы бик оҙайлы ваҡыт талап иткән. Тыуған яғы Көньяҡ Американың таулы райондарында климат дымлы һәм һалҡынса. Ныҡлы эҫелек тә, ҡапыл ғына һалҡындар ҙа юҡ. Рәсәй менән сағыштырһаң, ул урта киңлектә яҡшы үҫә, ләкин тамыраҙыҡты бар ерҙә лә сәсеп була. Хәҙер төбәктәргә яраҡлаштырылған бик күп сорттар бар. Барыһына ла үҫеш өсөн тупраҡтың 16-18 градусҡа тиклем йылыныуы шарт. Һауа температураһы 20-21 градус тирәһе булырға тейеш.

Күп төр картуфтың тамыры, үҫентеләре тупраҡтың йылылығы 9 градусҡа еткәндә үҫешә башлай. Әйтәйек, “резерв” сорты 7 градус булғанда ла шытырға мөмкин, ә бына “нева” сортына иһә 10 градустан да кәм йылы кәрәкмәй. Картуфтың һабағы бер градус һыуыҡта ла туңа.
Артыҡ дым кәрәкмәһә лә, тамыр­аҙыҡтар үҫешә башлағас, байтаҡ һыу талап ителә. Вегетация осоронда бер килограмм картуф алыр өсөн 80-100 литр һыу талап ителә. Ә ошо үҫеш ваҡытына иң яҡшыһы тип 300 миллиметр яуым иҫәпләнә. Оҙайлы ямғырҙар, бигерәк тә август, сентябрь башта­рындағы бар уңышты серетеүе ихтимал. Әйтәйек, 300 миллилитр урынына яуым-төшөм 800-гә етә икән, фитофтор сире иртә ҡуҙғалыусан.

Бик күп нәмә тупраҡтан тора. Уның уңдырышлы, сәсеү әйләнешен һаҡлап барып, ашлама индереп һәм эшкәртеү системаһын яҡшыртып ҡына күтәреп була. Картуф хатта әсе тупраҡта ла мул уңыш бирә. Тик бының өсөн гелән йомшартылып торорға, һауа һәм һыу режимын һаҡларға кәрәк. Ошо шарттар ғына ла уның теләһә ниндәй тупраҡта яҡшы үҫеү мөмкинлеген бирә. Әлбиттә, ашламанан күп нәмә тора. Мәҫәлән, сутыйына 300 килограмм уңыш биргән картуф вегетация осорона ерҙән 1,25 килограмм азот, 1,6 килограмм калий, 0,32 килограмм фосфор ала. Ҡара тупраҡта күберәк фосфор, азот, аҙыраҡ калий ашламаһы, ә балсыҡлы, ҡомло урында азот менән калий талап ителә.

Картуф – яҡтылыҡ яратҡан культура. Күләгәле урында уңышы насар була, хатта бөтөнләй юҡҡа сығырға мөмкин. Яҡтылыҡ тигеҙ төшһөн өсөн сәсеү рәттәрен төньяҡтан көньяҡҡа ҡарап ҡаҙалар. Тамыраҙыҡҡа тәүге вегетация осоронда 14-18 сәғәт көн оҙонлоғо, икенсе осорҙа 12-13 сәғәт кәрәк. Тәбиғи шарттарҙа был июль – сентябрь айҙарына тура килә.

Бөгөн картуф ҡаҙып алынды, ләкин бының менән генә баҡсасының эше бөтмәй. Баҡсаны сүп-сарҙан, ҡалдыҡтарҙан таҙартып, органик ашлама индереү осоро башлана. Октябргәсә ошоларҙы үтәп, ерҙе туңға һөрөп ҡуйһаң, бигерәк тә яҡшы. Баҡсағыҙҙа ашламалар, һөрөлгән ер тейешенсә ҡар тотоп, яҙын тейешле дым алып ҡалыр.


Вернуться назад