Кейем тегә ҡыҙҙар...11.09.2018
Туймазы ҡалаһында йәш эшҡыуар Динә Ҡәрипова, “Яңы эш башлаусы эшҡыуарға ярҙам” федераль программаһында ҡатнашып, 300 мең һумлыҡ грант ала һәм “Тегенсе” цехын аса. Уның булдыҡлылығы һөҙөмтәһендә тағы ла дүрт кеше эшле була.

– Бынан ун биш йыл элек әсәйем үҙенең оҫтаханаһын асҡайны. Йәйге каникул ваҡытында унда эшләнем. Өфөлә рәссам-стилист һөнәренә уҡып сыҡҡас, Мәскәү тарафтарына юлландым, әммә сит ергә берегеп китә алманым. Тыуған яғыма ҡайтҡас, үҙемде ошо өлкәлә һынап ҡарарға булдым, – ти Динә Вячеславовна.

Шулай итеп, 2015 йылда ул үҙенең эшен аса, ә бер йылдан субсидия алыуға өлгәшә. Был аҡсаға һигеҙ теген машинаһын һатып алалар. Йәш эшҡыуар үҙ иҫәбенә бина табып, ремонт эшләтә, дәүләт ярҙамын иһә яңы хеҙмәт урындарын булдырыуға йүнәлтә.

Әлеге көндә цех уңышлы эшләй. Бында халыҡ һорауы буйынса төрлө кейем тегәләр, ремонтлап та бирәләр. Сифатлы хеҙмәт һәр ерҙә лә лайыҡлы баһалана. “Тегенсе”гә мөрәжәғәт ит­кәндәр һанының яйлап арта барыуы ла бында эшләгән ҡыҙҙарҙың алтын ҡуллы булыуы хаҡында һөйләй. Әлбиттә, ҡалала теген цехтары күп, көнәркәшлек көслө, шуға ла бында күрһәтелгән хеҙмәттәр һанын арттырырға тырышалар. Ҡыҙҙар төрлө туҡыма, күн, тире кеүек тауарҙар менән оҫта эш итә. Төрлө кейем моделдәрен уйлап сығарыу өҫтөндә лә эшләйҙәр, күргәҙмәләрҙә лә ҡатнашалар.

– Киләсәктә цехыбыҙҙы тағы ла киңәйтеп, кейемде күмәртәләп тегеүгә күсеү, магазиндар, салондар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе киңәйтеү хыялы бар. Шулай уҡ трикотаж кейемдәр өсөн теген машиналары ла алмаҡсы, – ти Динә Ҡәрипова.

Шулай итеп, әсәһе Нәфисә Әнүәр ҡыҙының эшен дауам итеп, Динә ҙур хыялдар менән йәшәй. Әсәһенән күргән – тун бескән, тигән мәҡәл уның кеүек уңған ҡыҙҙарға төбәп әйтелгән бит.





Вернуться назад