Ер эшендә уңыш еңел бирелмәй
Аяҙ көндөң һәр минутын файҙаланырға тырышҡан игенселәр өсөн иң ҡыҙыу осор башланды. Шуға күрә хеҙмәт кешеһен хужалыҡта осратырмын тимә, ни тиһәң дә, “йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙырған” мәл. Беҙ барғанда, Әбйәлил районының “Аграрий” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте комбайндары икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләй, ҡеүәтле “КамАЗ”дар бураларға иген ташый ине. Шулай ҙа иген батырҙары, баҫыу караптарын бер нисә минутҡа ҡалдырып, беҙҙең менән аралашырға ваҡыт тапты.
Ғөмүмән, ер кешеһенә уңыш еңел бирелмәй. Быйыл да игенсе өсөн йыл уңай булманы, шуға күрә әсе тир менән һуғарылған һәр башаҡты ҡалдырмай, булғанын түкмәй-сәсмәй урып йыйырға тырыша әбйәлилдәр. Хужалыҡтың баш агрономы Фәнзил Тайыпов әйтеүенсә, яҙ көнө бөтәһе 650 гектар майҙанда бойҙай, 250 гектарҙа — арпа, 180 гектарҙа һоло сәселгән. Шулай уҡ техник культураларға ла өҫтөнлөк бирелгән. Ҡарабойҙай, борсаҡ, етен, горчица, көнбағыш баҫыуҙарында уңыш юҡ түгел. Әлбиттә, көткән өмөттәр аҡланмаһа ла, быйылғы йылдың һауа торошона ҡарап, булғанына ҡәнәғәтләнергә тура килә.
Нисек кенә булмаһын, бигерәк тә көньяҡ-көнсығыш райондарҙа, уңыш йыйыу һауа шарттарына бәйле. Бында орлоҡтоң элиталы булыуы ла, техниканың сит илдә етештерелеүе лә мөһим түгел, төбәк тәбиғәтенең үҙ ҡанундары хакимлыҡ итә.
Фәнзил Фәнис улы фекеренсә, көндәр аяҙ торғанда сентябрь урталарына ураҡты тамамларға мөмкин. Арпа гектарынан 15 центнер уңыш биргән. Йылдың ҡоро килеүе иген культураларының төшөмөн кәметһә лә, хафаланырға урын юҡ. Иң мөһиме — игенгә хаҡ кәмемәһен, уны ваҡытында һатырға кәрәк. Техник культураларҙың баҙарҙа хаҡы юғары, тик быйылғы тәбиғәт шарттары уларға ла йоғонто яһамай ҡалманы.
Хужалыҡ тулыһынса техника менән тәьмин ителгән, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Эшселәр иртәнән кискә тиклем баҫыуҙа тир түгә. Уларға өс тапҡыр йылы аш менән туҡланыу ойошторолған. Ашнаҡсы Йәмилә Рыҫҡолова ошонда уҡ тәмле аш-һыу әҙерләй.
Игенселәрҙең кәйефе көр, быға дәртләндереү сараларының булыуы ла булышлыҡ итә. Сөнки һәр эшсегә йыл һайын тейешенсә ашлыҡ, бесән бирелә. Әйткәндәй, хужалыҡтың күп ере — пайсыларҙыҡы. Шуға күрә пай ерҙәре өсөн иҫәпләшеүгә лә килешеү төҙөлгән.
Әлбиттә, тырыш хеҙмәтсәндәр булмаһа, бер ниндәй уңышҡа өлгәшеп булмаҫ ине. Комбайнсылар Йәмил Ғәбитов, Шамил Хәйбуллин, Варис Вәлиев, Йәмил Йәһүҙиндәрҙең тырышлығы менән ашлыҡ ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алынһа, уны ташыуҙа Зариф Вәлиев, Илгиз Мөхәмәткилдин, Юнир Йәһүҙин көс түгә.
Хужалыҡтың малсылыҡ тармағы ла ҡышҡа тулыһынса әҙер, шартлы рәүештә бер баш малға 30 центнерҙан ашыу мал аҙығы тупланған.
...Баҫыу караптары бер-бер артлы ҡуҙғалып, яланды иңләй. Ауыл кешеһе өсөн иң матур мәл был. Тормошобоҙ ниндәй генә үҙгәрештәр кисермәһен, игенсе хеҙмәтенән дә юғары, икмәк тәменән дә татлыраҡ, ураҡ мәленән дә күркәмерәк осор юҡ. Шуға күрә игенселек әле лә иң ихтирамлы һәм ауыр хеҙмәттәрҙең береһе булып ҡала. Әйткәндәй, хужалыҡта эшләгән йәш агроном Фәнзил Тайыпов Башҡортостан университетын тамамлап, һис икеләнеүһеҙ тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. “Был эш миңә бәләкәйҙән таныш, ерҙе яратам”, — ти ул. Кәләше Гөлиә Сәғит ҡыҙы менән Ибраһим һәм Фатима исемле балалар үҫтерә. Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһына ярашлы, улар үҙ көстәре менән Асҡарҙа яңы йорт һалып сыҡҡан.