Башҡортостан Хөкүмәте йылылыҡ өсөн түләүҙең яңы системаһына күсеү ваҡытын кисектерергә ҡарар итте. Әлегә тиклем республиканың 17 муниципалитеты 1 октябрҙән, йәғни йылытыу миҙгеле башланғас ҡына түләй башлаясаҡ, тип күҙаллана ине.
Әммә коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтың саманан тыш үҫеү ихтималлығы арҡаһында ошо көндәрҙә республика Хөкүмәте яңы системаға күсеү тураһындағы ҡарарҙы ғәмәлдән сығарҙы. Тимәк, 2018–2019 йылдарҙа йылытыу миҙгелендә хаҡ һәм уны түләү тәртибе үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ.