Аш тоҙо бөтәсәк10.09.2018
Киләһе йылдан беҙ һатып алырға ғәҙәтләнгән аш тоҙо яңы ГОСТ буйынса етештереләсәк.

“Известия” гәзите белдереүенсә, тоҙ ҡаптары тышлығындағы “поваренная” һүҙе “пищевая” менән алмаштырыласаҡ, сөнки, эксперттар әйтеүенсә, хәҙер тоҙ ҡайнатыу процесы оҙайлы түгел. Бынан тыш, етештереүселәр тоҙға калий йодидын башҡаса өҫтәмәйәсәк, ә калий йодатын ҡулланасаҡтар. Һөҙөмтәлә тоҙҙоң файҙаланыу срогын 9–12 айҙан 18 айға тиклем арттырырға мөмкинлек тыуасаҡ.

Тоҙҙоң дизайны, составы үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, хаҡы артмаясаҡ тип ышандыра етештереүселәр.


Вернуться назад