Ураҡ тамамланыуға яҡынлаша, хужалыҡтарҙың күпселеге финиш һыҙығына сыҡты. Мәҫәлән, Яңауыл районы буйынса майҙандарҙың 19633 гектары һуғылып алынған. Был пландағының 70 процентын тиерлек тәшкил итә. Уңыш ҡеүәте — уртаса 17 центнер. Йәмғеһе 33117 тонна иген һуғылған.
“Урада” агрофирмаһы урып йыйыуҙы тулыһынса тамамлау тураһында отчет бирҙе. “Ужара” йәмғиәте эште — 85, “Марс” ауыл хужалығы предприятиеһы 82 процентҡа башҡарған. “Восток” колхозында, “Дружба” ауыл хужалығы кооперативында, “Агро М”, “Юлдаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә майҙандарҙың бер аҙы ғына ҡалған. “Победа” йәмғиәте, “Урада” агрофирмаһы, “Дружба” ауыл хужалығы кооперативы баҫыуҙарында уңыш район буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ булған.
Көн һайын баҫыуҙарҙа бер үк ваҡытта 42-гә яҡын комбайн эшләй. Уларҙың артынса тракторҙар сыға. Хужалыҡтар туңға һөрөүгә ҙур иғтибар бирә. “Дружба”, “Восток” колхозы, “Агро М”, “Ужара” хужалыҡтарында был эш әүҙем бара.