Яҙмыш әҙәм балаһын ҡайҙарға ғына алып бармай ҙа, ниндәй генә һүрәткә индермәй. Бишбүләк ҡыҙы Айһылыу Вәлиева менән дә шулай булды. Аксен ауыл хужалығы техникумында бухгалтер, агроном һөнәрҙәренә эйә булһа ла, уға колхозда бухгалтер, почтальон, социаль хеҙмәткәр булып эшләргә тура килә. Әлбиттә, тормош һуҡмағынан атлағанда, төрлө кәртәләр ҙә осрап тора.
Айһылыу тормош иптәше Венер менән 2011 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы тергеҙеп ебәрә. Бер нисә баш һыйырҙары була. Тәүҙә улар 2 гектар майҙанда кәбеҫтә, 1 гектарҙа — кишер, шулай уҡ 1 гектар ергә ҡыҙыл сөгөлдөр сәсә. Был культураларҙы эшкәртеүҙә, әлбиттә, мәктәптә уҡыған балалары ла ярҙам итә.
Эште башлап ебәреү өсөн уларға район бюджетынан 100 мең һум күләмендә аҡса бүленеп бирелә. Уға орлоҡ, насос, минераль ашлама, һауын аппараты һатып алалар.
Кишер ҙә, кәбеҫтә лә уңа. Тик уны һатыу мәсьәләһендә ҡыйынлыҡтар килеп сыға. Район ҡулланыусылар йәмғиәте (алдан һөйләшеү булһа ла) фермерҙың ни бары 1 тонна кәбеҫтәһен генә һатып ала. Район дауаханаһы ла продукцияны һатып алыуҙан баш тарта. Айһылыу Вәлиева Октябрьскийға юллана, 10 тонна кәбеҫтәне, 5 тонна кишерҙе, 5 тонна ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ололар йортона илтеп тапшыра.
Арпа культураһы ғына фермерҙар өсөн отошло булып сыға. Гектарынан 23 центнер уңыш алалар. Ә арыштың гектар ҡеүәте 20 центнер тәшкил итә. Сәсергә “Мир” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, урып йыйырға “Ергән” МТС-ының Бишбүләк филиалы ярҙам итә.
Фермерҙар быйыл ныҡлап малсылыҡты үҫтереүгә йүнәлеш алды. “Россельхозбанк” уларға 150 мең һумлыҡ кредит биргән. Аҡсаға тағы ла мал һатып алалар. Бөгөн Вәлиевтәрҙең 15 баш һыйыр малы, 25 баш һарығы бар. Уларҙы ашатыр өсөн күпме бесән, ҡатнаш аҙыҡ, һалам кәрәк. Бөтәһен дә бизмәнгә һалһаң, ай-һай, ауыр ҙа һуң фермер йөгө. Етештергән әйбереңде һатырға ла кәрәк. Продукция тигәндән, Айһылыу Ғәли ҡыҙы һөттө шәхси машинаһында Октябрьский ҡалаһы баҙарына алып барып һата.
— Йәй йоҡо эләкмәй инде ул, — ти Айһылыу. — Тырышһаң, эш тә ҡарышмай. Күл тамсынан хасил булған кеүек аҡса ла тиндән йыйыла.
Айһылыу һис тә ҡул ҡаушырып ултырғандарҙан түгел. Ул алдына изге маҡсат ҡуя белә һәм уға өлгәшеү өсөн сәмләнеп эшләй.
Дөрөҫ, Айһылыу хужалыҡты бер үҙе генә алып бармай. Балалар ҙа, тормош иптәше Венер ҙа ҙур көс һала. Ире МТЗ-80 тракторы менән ер һөрә, уны эшкәртә, күп йыллыҡ бесәнде саба һәм ихатаға ташый. Хәйер, хужалыҡ эштәре бының менән генә бөтмәй. Ул “Водоканал” предприятиеһында ла эшләй.
Уңған кеше ҡайҙа ла уңған инде. Айһылыу Вәлиева спортсы ла, район үҙәгендә “Йәрмәкәй хәбәрҙәре” гәзите призына үткәрелгән саңғы бәйгеһендә
(етәкселәр араһында) I урынды яуланы. Һәр саҡ хәрәкәттә булған ҡатын бер ҡайҙа ла һынатмай. Киләсәктә лә тиҙлегеңде юғалтма, елдәй етеҙ бул, Айһылыу!
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Йәрмәкәй районы.