Башҡа төбәктәргә өлгө булырлыҡ06.09.2018
“Башҡортостан Республикаһында һөтсөлөк тармағын үҫтереү” комплекслы программаһы өр-яңы ҡарашҡа нигеҙләнгән һәм бүтән төбәктәр өсөн өлгө булырлыҡ.

“Союзмолоко” эксперттары программаны республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Фәндәр акадкмияһы менән берлектә төҙөнө. Был документ тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән федераль программаның бер өлөшөнә әүерелде. Республикала күләмле эш, ентекле аанализ, байтаҡ иҫәп-хисап башҡарылған.

Төбәктә “500 ферма” программаһы ҙур һөҙөмтә бирҙе. Ул 2010–2011 йылдарҙағы деградацияны туҡтатып, сифатлы һөт етештереү йәһәтенән заманса технологияларға сығыу юлын асты. Тармаҡ инвесторҙарҙы әүҙем йәлеп итә. Мәҫәлән, Бәләбәй һөтсөлөк комбинаты Францияның Savencia компанияһы контроленә күсте.


Вернуться назад