Үҫеш стратегияһы билдәләнде06.09.2018
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда 2030 йылға тиклем төбәктәге урман сәнәғәте комплексын үҫтереү стратегияһы ҡаралды.

– Республика территорияһының 40 проценттан ашыуын урмандар биләүе барыһына ла яҡшы мәғлүм. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәт етештереүе структураһында урман сәнәғәте комплексы продукцияһының өлөшө бик түбән – 1,6 процент ҡына. Был ағас тупламы һәм уны әҙерләү күләме буйынса республикаға оҡшаш башҡа төбәктәрҙәге күрһәткестәрҙән дә кәмерәк, – тине республика етәксеһе – Йыйылма бюджет килемдәре күләмендә урман сәнәғәте комплексының өлөшө ярты процент ҡына, йәғни 1 миллиард һум самаһы, тәшкил итә. Тармаҡта иң ҙур һалым керемен ҡағыҙ, ҡағыҙ әйберҙәр етештереү, ағас эшкәртеү предприятиелары тәьмин итә. Уларға 41 һәм 34 процент тура килә.

Төбәк Башлығы билдәләүенсә, Башҡортостан ағас запасы буйынса Волга буйы федераль округында – дүртенсе, ағас ултыртыу күләме йәһәтенән беренсе урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта етештерелгән

тауарҙар күләме буйынса республика округта – бишенсе, һөҙөмтәлелектең удель күрһәткесе йәһәтенән – 13-сө.

Башҡортостан Башлығы тармаҡ етәкселеге алдына инвестицияны әүҙем йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы.

– Миллиардлы проекттар тәҡдим иткән ҡайһы бер инвесторҙар эшселәренә хеҙмәт хаҡы түләүгә аҡса таба алмай. Проект инвестициялары күләме раҫланмаған. Тормош өҫтөнлөктәрҙе башҡаса билдәләй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ҡыҫҡаһы, тармаҡ бик ҡатмарлы хәлдә. Тотош илдә лә, республика күләмендә лә урман темаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Стратегияны ҡабул итәбеҙ, әммә уны үтәүҙең һәм тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарына шәхси яуаплылыҡты ла көсәйтәсәкбеҙ.


Вернуться назад