Ерһөйәрҙәр – донъя тотҡаһы05.09.2018
Тырыштарҙың эше лә, ашы ла бар

Һауа торошо, шөкөр, күҙаллағандан да яҡшыраҡ: сентябрҙең ҡоро һәм ҡояшлы торған тәүге көндәре урып йыйыу эше менән мәшғүл булған ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн ифрат ҡулай.


“Иҙел” агрофирмаһының эшсән­дәре лә бының менән килешә: ураҡ эштәре, августағы ямғырҙарҙан һуң бер аҙға туҡтап торһа ла, әлеге ваҡытта тулы көсөнә дауам итә. Миҫал өсөн: хужалыҡ механиза­торҙары 270 гектар майҙандан арпа, 400 гектарҙан ужым бойҙайын йыйып алған, 200 гектар сәселгән яҙғы бойҙай сиратын көтә. Ошоға өҫтәп, “иҙелдәр” ҡышҡы мал аҙығын әҙерләүҙе лә башлаған: кукуруз йыялар, унан силос әҙерләйҙәр.

Агрофирма комбайнсыларының береһе Нәфис Сөләймәнов та ҡы­ҙыу көҙгө эштәр уртаһында ҡай­най. Яҙмыш елдәре Нуриман та­раф­тарына килтергәнсе, Көйөр­гәҙе районында тыуып үҫкән уҙаман быға тиклем тыуған яғында эшләгән.

– Ваҡытлыса ғына, ураҡ эштәре осоронда эшләрмен тип килгәйнем, бында өс йылдан ашыу ғүмерем үтеп тә китте. Агрофирма ятаҡ менән тәьмин итте, хеҙмәт­тәштә­рем менән тиҙ генә уртаҡ тел таптым. Был яҡтарҙа төпләнәм тип әйтмәһәм дә, әлегә эшем дә, йәшәгән урыным да бик оҡшай, – тине беҙгә комбайнсы ялға туҡтаған арала.

Ә “К-744” ҡеүәтле тракторын йөрөткән Әсҡәт Хәсәнов – Сураш ауылынан. Ошонда тыуған, ошонда үҫкән, ошо ерҙә бәхетен тапҡан тип әйтергә мөмкин уның кеүектәр хаҡында. Хәйер, бәхете – хеҙмәттән Әсҡәт ағайҙың. “1984 йылда нисек мәктәпте тамамлап, тракторсыға уҡып сыҡтым, шул килеш “тимер ат”тан төшкәнем юҡ”, – ти эше тураһында. Әйтергә кәрәк – ул эшенең оҫтаһы, райондың алдынғы һабансыларының береһе. Ошо йылдар эсендә Әсҡәт ағайға төрлө тракторҙарҙа эшләргә тура килгән, әммә һуңғы тракторы – “Кировсы-744” уға бигерәк тә оҡшай. Беренсенән, ул заман технологиялары менән йыһазландырылған, идара итеү күпкә еңел. Икенсенән, эш һөҙөмтәлелеген арттыра – бер үткәндә 4,8 метр киңлегендәге һабанды һөрөп үтә.

Әсҡәт ағай ҡатыны менән өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Донъялары етеш, ихата тулы мал-тыуар, техниканың ниндәй генә төрө юҡ: ҡыҫҡаһы, уңғандарға, булдыҡлы­ларға хас булғанса, мул, матур тормошта йәшәйҙәр. “Улдарымдың өсөһө лә күңеленә ятҡан һөнәр һайланы, береһе лә йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәй”, – тине балалары тураһында ауыл уңғаны. Әйткәндәй, өлкәндәре Азат водитель булып эшләй, ул да тыуған ауылында төпләнгән. Былтыр Әсҡәт ағай уның менән берлектә ауылдаштарын ифрат ҡыуандырған изге эш эшләгән: ауыл урамдарын ипкә килтергәндәр. Азат машинаһында таш ташыһа, Әсҡәт ағай “тимер аты” менән уны тигеҙләп сыҡҡан.

Бына ошондай бер үк ваҡытта ябай ҙа, әммә эштәре менән тыуған ерҙең тотҡаһы булған ерһөйәрҙәр йәшәй Нуриман яҡтарында.


Вернуться назад