Киләсәк йәштәр ҡулында04.09.2018
Хәҙерге заманда йәштәрҙең ауылда ҡалырға атлығып тормауы барыһына ла мәғлүм. Ә бына Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында беҙ бөтөнләй икенсе күренешкә шаһит булдыҡ.

Асҡар Ишбирҙин – ошо ауыл егете. Республика башҡорт лицей-интернатын та­мам­лағас, Свердловск өлкәһенең танк ғәскәр­ҙәрендә әрме хеҙмәтен башлай һәм уны Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районында тамамлай. Унан һуң Башҡорт дәүләт уни­верситетының география факультетында геология йүнәлеше буйынса белем ала.

Асҡар беренсе курста уҡығанда уҡ лаборант-тикшеренеүсе булып эшкә урынлаша. Бакалавр дипломын алғас, “Башнефтегеофизика” йәмғиәтендә хеҙмәт юлын башлай. Шул уҡ ваҡытта һайлаған һөнәре буйынса магистратурала уҡырға ла ваҡыт таба тырыш егет. Географияға һөйөү әсәһенән килә: Рима Рәшит ҡыҙы Иҫке Бәпес мәктәбендә ошо фән серҙәренә төшөндөрә.

Ярайһы уҡ яҡшы эшкә урынлашыуына ҡарамаҫтан, егеттең күңеле ауылға тартыла, әммә унда эш табыу мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Ниһайәт, былтыр шундай мөмкинлек тыуа: Иҫке Бәпес мәктәбе директоры Рамазан Шаймарҙанов мәктәпкә уҡытырға ҡайтырға тәҡдим итә. Оҙаҡ уйлап тормайынса Асҡар ҡатыны – Белорет районы һылыуы Гөлнур һәм кескәй ҡыҙы Сафия менән тыуған ауылына юл тота. Шулай итеп, былтыр август айында йәштәр мәктәптә эш башлай. Ғаилә башлығы география фәненән белем бирһә, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған хәләле инглиз һәм немец телдәренән уҡыта.

Уҡыусылар Асҡар ағайҙарын һәм Гөлнур апайҙарын шунда уҡ яратып өлгөрә, хатта арттарынан ҡалмай эйәреп йөрөй. Үҙҙәренең белгәндәрен балалар менән ихлас уртаҡлаша йәш уҡытыусылар.

Әйткәндәй, Асҡар Рәсүл улы инглизсә лә бик яҡшы белә – телде ул лицейҙа ентекләп өйрәнгән. Ушу менән дә тап шунда ҡыҙыҡһынып китә. Ярты йыл шөғөлләнгәндән һуң ярыштарҙа сығыш яһай башлаған. Әрменән һуң да мауығыуын ташламаған, үҙ көсөн төрлө бәйгеләрҙә һынаған. Әле иһә уҡыусыларын спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итә, буш ваҡыттарын файҙалы үткәрергә өйрәтә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, һәр балаға атайҙарса хәстәрлек күрһәтергә, иғтибар бүлергә тырыша. Һәм һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй: бер нисә ай шөғөлләнгәндән һуң республика кимәлендәге ярыштан еңеү менән ҡайталар! Тәүҙә күнекмәләргә дүрт-биш бала килһә, тора-бара уларҙың һаны арта. Ҡыҙҙарҙың йөрөүе лә – шатлыҡлы күренеш. Киләсәктә кикбоксинг һәм ҡул һуғышы буйынса ла сығыш яһарға ниәтләйҙәр. Башланғыстары маҡ­таулы, әлбиттә, әммә матди яҡтан ярҙам булһа, тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкин булыр ине.

Гөлнур Рәмил ҡыҙы иһә сәнғәткә ғашиҡ. Түңәрәк ойоштороп, балаларҙы бейеү серҙәренә төшөндөрә. Алдағы көндәрҙә уларҙың уңыштары өсөн дә шатланырға яҙһын.

Уҡыу йылдары – баланың хәтере шәп ваҡыт, ул бар мәғлүмәтте тиҙ отоп ала. Ошо мәлде уңышлы файҙаланыу маҡсатында һәр шәмбелә инглиз телендә субтитрҙар менән фильмдар күрһәтелә. Балаларға оҡшай, бик теләп йөрөйҙәр.

Гөлнур һәм Асҡар Ишбирҙиндарға ҡарап, күҙ тейеп ҡуймаһын, тип әйтке килә. Уларҙың киләсәккә пландары бик ҙур, һәр ниәттәре тормошҡа ашып тороуын теләйек. Киләсәк – йәш быуын ҡулында, ә ошондай йәштәр күберәк булһа, ауылдың йәшәйәсәгенә лә өмөт-ышаныс арта.


Вернуться назад