Барыһы ла йәштәр мәнфәғәтендә04.09.2018
Бер меңгә яҡын халыҡ йәшәгән Йомаш ауылының төҙөклөгөнә, йорттарҙың ҡупшылығына, урам буйҙарында сүп әҫәренең күренмәүенә, һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ булыуына һоҡланып, йәмле йәйҙең хозурлығына кинәнеп, уй-фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашып килеүебеҙ. Йомаш ауыл Советына туғыҙ ауыл ҡарай, барыһы ла шулай хайран ҡалдырырлыҡмы, халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлымы икән?

Элек-электән бында сыуаш, мари, башҡорт, татар, урыҫ халҡы бергәләшеп донъя көтә, бала-саға үҫтерә, иген игә. Саҡмағоштарҙы ысын мәғәнәһендә илһөйәрҙәр, үҙ еренең хужалары тип атарға мөмкин, сөнки эш урындары булдырылған, көнкүреш шарттары көндән-көн яҡшырған төбәкте ташлап, ҡайҙан ниндәй ожмах мөйөшөн эҙләмәк кәрәк? Киреһенсә, улар тыуған төйәктәрен балалары, ейән-ейән­сәрҙәре ҡарамағына етеш, донъя көтөү өсөн уңайлы, бай төйәк, әкиәттәрҙә һүрәтләнгән хан һара­йындай йорттар ҡалдырыу яғында. Ауыл Советы рәйесе Рәмилә Сәлимгәрәева ауылдың Йәштәр урамына еткәс, машинаһын туҡтатып:

– Күрҙегеҙме бер иш кенә теҙелеп киткән матур йорттарҙы? 11 йорт төҙөп, хужалыҡ белгестәренә тап­шырҙыҡ. Араларында уҡытыусылар ҙа, медицина хеҙмәткәрҙәре лә бар. Кемдер йәштәр программаһы буйынса, кемдер Әсәлек капиталы ярҙамында өйлө булды. Хужалыҡ та был эштән ситтә ҡалмай.

Йәштәр урамында яңы һалынған йорттар һаны ҡырҡҡа етте. Бөтә коммуникациялар үткәрелгән, асфальт юлдар ялтлап ята, – тине ауыл хакимиәте башлығы. – Киләсәгебеҙ йәштәр ҡулында икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ. Хатта беҙ, никахлашыусы йәштәрҙең ихтыяжын күҙ уңында тотоп, быйыл йәй “Мөхәббәт күпере” лә һалдыҡ. Әйҙәгеҙ, күреп ҡайтығыҙ! Буярға ғына өлгөрмәнек…

Яндауырға никахтың ныҡлығы символына әүерелгән йоҙаҡтарҙың эленеп тороуына ла шаһит булдыҡ, тимәк, “Мөхәббәт күпере”нә юл һалынған да инде.

Йомаштың үҙенә генә хас иҫтә­лекле урындары бар. Ауыл урта­һында һәр кемде сәләмләп ҡаршы алған һылыу – сыуаш ҡатын-ҡыҙ­ҙарының боронғо милли кейемендәге ҡыҙ һәйкәле – иғтибарҙы үҙенә тарта. Кемдер сыуаш яҙыусыһы Константин Ивановтың “Нарспи” поэмаһының фажиғәле яҙмышлы героиняһы һынландырылған, тип фараз итә. Ә беҙгә ул үҙ илен һөйгән, тыныс тормошта балалар үҫтергән, аяғында ныҡлы баҫып торған ғорур сыуаш ҡатын-ҡыҙын кәүҙәләндергәндәй тойолдо. Һалҡын шишмә ағып сыҡҡан оло биҙәкле самауырҙан һыу эстек, күҙҙең яуын алырҙай сәскә клумбаларына һоҡланып туйманыҡ, райондағы берҙән-бер сиркәү эргәһенә лә барып әйләндек.
Ә төп маҡсатыбыҙ – “Башҡортос­тандың 100 йыллығына – 100 объект” исемлегенә ингән 95 урынлыҡ балалар баҡсаһының төҙөлөш барышы менән танышыу.

– Халыҡтың үтенесен иҫәпкә алып, киләсәкте күҙаллап, ошо мөһим эшкә тотондоҡ, – ти ауыл хакимиәте башлығы. – Йомашта ҡырҡ бала йөрөгән балалар баҡсаһы эшләй, әммә ихтыяж артҡандан-арта. Беҙгә сит төбәктәрҙән күсеп килеү­селәр ҙә бар, сөнки яңы эш урындары етерлек. Игенде киптереү ҡорол­маһы эшләй, мал аҙығы етештереүсе предприятие төҙөлә, өр-яңы ферма сафҡа инде. Тағы ла 1500 башҡа иҫәпләнгән ферма һалыу планлаш­тырылған. Тимәк, өҫтәмә эшсе ҡулдар талап ителәсәк. Яңы балалар баҡсаһын сафҡа индереүгә уға йөрөйәсәк кескәйҙәр исемлеге лә әҙер булыр.

Төҙөлөш майҙанында эш ҡайнай. Ташсылар төшкө аштан һуң йәнә стеналарҙы “үҫтереүгә” тотондо. Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы – “Блэк” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Участка начальнигы Михаил Карслян әйтеүенсә, ҡышҡа тиклем объектты ҡыйыҡ аҫтына ин­дереү, тәҙрәләр ҡуйыу эштәре тамамланғас, эске бүлмәләрҙе биҙәү эштәренә тотонасаҡтар.

– Эш график буйынса бара. Заманса йыһазландырылған, айырым ҡаҙанлығы булған күркәм баҡса йомаштарҙың теләген ҡәнәғәт­ләндерер, минеңсә. Асфальт юлдар, машиналар ҡуйыу өсөн туҡталҡа, эргәлә генә парк… Киләһе йыл килһәгеҙ, биләмәне танымаҫһығыҙ ҙа әле, – тип өҫтәне участка етәксеһе.

– …Ә һин ерһөйәр саҡмағош­тарҙың ожмахтай төбәгендә йәшәргә теләр инеңме? – тип уйынлы-ысынлы һорайым юлдашымдан.

– Шәп! Сәмле халыҡ, булдыҡлы етәкселәр… Тик минең тыуған Нуриманымдан айырылаһым юҡ, – тине Айрат етди төҫ менән. Ожмахты үҙ ҡулың менән булдырыу ҡәҙерлерәк тә, яуаплыраҡ та шул.


Вернуться назад