“Бирешергә иҫәп юҡ”04.09.2018
III группа инвалиды Анатолийҙың яҙмышы еңелдән булмаған. Тыу­мыштан һул ҡулы хәрәкәтһеҙләнмәгәнлектән, тормошта төрлө ҡыйынлыҡтар осрап ҡына торған. Шулай ҙа Яңы Семенкин ауылы егетенең бирешергә һис иҫәбе юҡ.

Сит ерҙәрҙә лә бәхет ҡошо артынан ҡыуып оҙаҡ ҡына йөрөй. Газ менән йылытыу операторы ла, кочегар ҙа булып эшләй. Ҡырымда биш йыл йәшәгәндән һуң тыуған Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итә.

– Үҙебеҙҙең төбәктә тормош яҡшы, кешеләр ҙә күңелгә яҡын, тәбиғәтебеҙ ҙә бына тигән. Ҡайҙа барһам да, инвалид булыуымды күреп, “эш юҡ” тинеләр. Әммә ҡул ҡаушырып ултырманым, тире эшкәртеү менән шөғөлләндем, йылы бүректәр, ҡышҡы итектәр тегергә өйрәндем, – ти Анатолий Филимонович.
– Яңы Семенкинға ҡайтҡас, донъя көтөү ҡыйын булманымы?

– Ауырлыҡтарҙы еңә белергә кәрәк. Бер үҙем дүрт кәзә тотам, һөтөнән ҡымыҙ, сыр, эремсек яһайым. Тимерҙән бөгөп, матур ҡойма-ҡапҡалар эшләргә өйрәндем. Ауылдаштарға бик оҡшай.

Анатолий Егоров йәнә бер һөнәре хаҡында әйтергә “онотто”, күрәһең. Баҫалҡы егеттең холоҡ-фиғелен яҡшы белгән ауыл хакимиәте башлығы Рәмилә Харис ҡыҙы, “әйҙә, үҙең яһаған шылтырауыҡ, һыбыҙғы, ҡыуыҡлы һорнай, флейталарыңды күрһәт әле ҡунаҡтарға”, тигәс кенә, йәнләнеп китеп, музыка ҡоралдарына үрелде.

– Ҡайһы берҙәрен үҙебеҙҙең “Чечпел” сыуаш халыҡ фольклор ансамбле алды. Әле китаптан ҡарап, гусли эшләргә тотондом. “Уйна, гармун!”, “Ут-ҡош” тапшырыу­ҙарын телевизор аша ҡарап барам, музыканттар ҡулындағы һәр инструменттың биҙәлешен иғтибар менән күҙәтәм. Яңғырашын иҫтә ҡалдырырға тырышам, – ти ул.

Һыңар ҡул менән шундай ҡомартҡылар тыуҙырған оҫтаны яҡташтары ысын күңелдән хөрмәт итә. Анатолий Егоровтың сыуаш халҡының боронғо мәҙәниәт байлығын халыҡҡа ҡайтарыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, ти улар.


Вернуться назад