Ауылға йән өрҙө “Нурис”04.09.2018
Риф Байбурин 47 йылдан ашыу ферма мөдире булып эшләй. Элек миллионер булған Ленин исемендәге колхоз тарҡалғас, бөтә ауыл халҡы эшһеҙ тороп ҡалды, күптәр ҡалаға китте. Ул осорҙа Риф Тимур улының пенсия йәше лә етеп бара ине.

“Инвестор” һүҙе ауыл халҡының ҡолағына ятышлы булып сыҡты. Шишмә районының Сафар ауылы халҡы тап бынан туғыҙ йыл элек ошо һүҙҙең мәғәнәһенә төшөндө. Екатеринбургтан килгән эшҡыуар үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең, бигерәк тә ит һәм һөттөң үтемле тауар буласағына ышанып, “Нурис” исемле хужалыҡ ойоштороп ебәрә. Тәжрибәле белгестәргә, шулар араһынан Риф Байбуринға ла, эш тәҡдим итәләр. Бөгөн фермала ҡара- сыбар тоҡомло 1 400 баш һыйыр аҫрала. Көн дә ун тонна сифатлы һөт эшкәртеүгә оҙатыла.

— Бөтә эште ун һауынсы башҡара. Ферма, юлдар, мал аҙығы келәттәре төҙөкләндерелде, күп кенә техника һатып алынды. Үҙ көсөбөҙ менән баҫыу эшен теүәлләйбеҙ, — ти ферма мөдире.

Хужалыҡта мал ишәйә. Тоҡомсолоҡ заводы статусын алғандар. Тимәк, хәҙер таналарҙы юғарыраҡ хаҡҡа ла һатырға була. Баш ҡалала йыл да үткәрелгән “Һөт иле” фестивалендә тап ошо хужалыҡтан ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ, байрамға ферма мөдире Риф Байбурин уларҙы үҙе алып барасаҡ.

— Малдар тәрбиәле, аҙыҡ етерлек, ваҡытында витамин, аҡһым бирелә, вакцинация үткәрелә. Шуға ла былтыр һәр һыйырҙан 5 600 килограмм һөт һауып алынды. Араһында рекордсы ла бар, йылына 10 мең литр һөт бирә, — тип дауам итә ул һүҙен. – Һауынсыларҙан Зина Бикбулатова, Рафиға Юнысова, Филзирә Хәлилова, Ильмира Кәлимуллина тырышып эшләй.

“Нурис” йәмғиәте Шишмә районында йылдам үҫешкән предприятиелар иҫәбендә. Тик һуңғы йылдарҙа тапшырылған һөт өсөн ваҡытында иҫәпләшмәү, ғөмүмән, “аҡ” өсөн хаҡтың түбән булыуы (1 литры – 16 һум) аптырата. Тик ауыл хужалығы продукцияһынан килгән табышҡа өмөт итеп торған предприятие өсөн был бик ауырға төшә. “Киләсәктә умартасылыҡты, теплица хужалығын үҫтерергә ниәтләйбеҙ”, — ти етәксе Рөстәм Исаев. Хеҙмәткәрҙәрҙең көнкүреше хаҡында ла хәстәрлек күрелә. Мәктәп, балалар баҡсаһын ярҙамдан өҙмәйҙәр. Эшселәрҙе ашханала ике тапҡыр бушлай ашатыу ҡаралған. Пай ерҙәре өсөн халыҡҡа ашлыҡ, фураж бирелә.


Вернуться назад