Ғинуар-июль айҙарында республиканың йыйылма бюджетына 88 миллиард һум самаһы килем индерелгән. 2017 йылдың тәүге яртыһы менән сағыштырғанда, 25 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Килемдең 10 проценты, йәғни 8,71 миллиард һумы, граждандар түләгән мөлкәт һалымына тура килә.
Ҡаҙнаға түләүҙәр кереме буйынса алдынғылар иҫәбенә Ҡалтасы, Иглин, Бүздәк, Дүртөйлө, Мишкә, Өфө, Әбйәлил, Дыуан һәм Ҡыйғы райондары инә. Был муниципалитеттарҙа былтырғыға ҡарағанда керемдәрҙең артымы 43 процентҡа етә. Шул уҡ ваҡытта артта ҡалыусылар ҙа бар. Улар – Ағиҙел, Благовещен, Мәләүез ҡалалары, Стәрлебаш, Борай, Мәләүез, Благовещен, Көйөргәҙе, Ейәнсура райондары. Уларҙа мөлкәткә һалым кереме 5 проценттан ашыуға кәмегән.