Республика игенселәре 945 мең гектар майҙандан иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйып алды. Башҡортостандың Ауыл хужалығы консультациялары үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был норманың 54 процентын тәшкил итә.
Әле төбәктә 2 миллион тоннаға яҡын иген йыйылған, гектарынан уңыш – уртаса 19,4 центнер.
Республика бураларына Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош аграрийҙары айырыуса тос өлөш индерә. Был райондарҙың һәр береһендә 100-әр мең тонна иген һуғып алынған. Муниципалитеттарҙағы хужалыҡтар гектарынан 33,1 һәм 23,5 центнер уңыш йыя.